ҙе төп өс төркөмгә бүлеп була :
 фразеологикберекмәләр
 фразеологикберлектәр
 фразеологикҡушылмалар. 
Ошо принципҡа нигеҙләнеп,Т. Ғарипованың "Бөйрәкәй" романындағы фразеологизмдарҙы ла төркөмләргә була. 
Фразеологик берекмә тип . мәғәнәләре компоненттарының мәғәнәһе менән бәйләнешһеҙ эмоциональ -экспрессив берәмектәрҙе атайҙар . Яҙыусы монолог . диалог эске монологтарҙа геройҙарҙың
күңел торошон,кәйефен , бер-береһенә булған мөнәсәбәтен сағылдырыуҙа уларҙы оҫта файҙалана. Мәҫәлән: 1). һыр бирмәү-уй-фекерҙе һиҙҙермәү,асылмау :
"Гөлбаныуҙың сәләменән Сәбиләнең йоҡа тире менән һөйәктән торған йөҙө тартышып китте, үҙе шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырыша :
-Сәләм! "
2. Һарыуы ҡайнау-асыуланыу,ҡыҙып китеү;
Беренсенән . мөйөштә шыңшып яткан бисәһен күргеһе килмәй, икенсенән . әсәһенең бөтә ергә ҡыҫылып йөрөүе ьарыуын ҡайната. 
3. Һуштан яҙыу-иҫ юғалтыу ,иҫһеҙләнеү;
-Мәҙинә!-Ҡолаҡ төбөндә иләмһеҙ яңғыраған һөрәндән , йәнә таптыр-топтор иткән ат тояғы тауышынан Мәҙинә саҡ һуштан яҙманы. 
 4. Пыр туҙыныу-енләнеү,бирләнеү
Яуап урынына Шәңгәрәйҙең пыр туҙынып эт булып өргәне ишетелде. . 
Был берәмектәрҙең составындағы һүҙҙәр ,ваҡыт үтеү менән . айырым ҡулланылыштан сығып ,ошо берәмек эсендә генә тороп ҡалған ,ә һүҙҙең лексик мәғәнәһе бөтөнләй юғалған . хәҙерге телдә ҡулланылған һүҙҙәрҙән генә торған фразеологик берекмәләр ҙә әҫәрҙә йыш осрай . Мәҫәлән: 
1) типһә тимер өҙөрҙәй- үтә лә көслө :
Ҡайҙа уның тирә -яҡ байҙар тменән ярышып , бер өйөр йылҡы биреп , типһә тимер өҙөрлөк егеттәрҙе бәйгелә . көрәштә еңеп алған . һһылыулығы . һөйкөмлөлөгө менән дан тотҡан Барсынбикәһе. 
 2) бит-йөҙ һыуын түгеп - инәлеү, юхаланыу;
Элек күшеһенә сәләм бирмәгән бәғзе берәү хәҙер килеп шуның сәйен бер эсеп сығы
		Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>
