Т. Ғарипованың Бөйрәкәй романында фразеологизмдар

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

, ғәҙәттә ,бер төшөнсә белдерә. Мәҫәлән: ут йотоу (хәсрәтләнеү), төпһөҙ кәмәгә ултыртыу (алдау), ҡара бауыр (мәкерле ), һ. б. Фразеологизмдар бер- береһе менән бөтөндөң өлөштәре кеүек ныҡ бәйләнгән билдәле тәртиптә урынлашҡан компоненттарҙан төҙөлә. Фразеологик берәмектәр мәғәнәһе менән һүҙгә яҡын тора , уларҙың күбеһенең мәғәнәһен бер һүҙ менән дә биреп була, йәғни улар һүҙҙең айырым мәғәнәһенә синоним булып килә. Мәҫәлән: башы йомро - аҡыллы , керпек ҡаҡҡансы , күҙ асып йомғансы -тиҙ , ҡолағына ла элмәй-тыңпамай һ. б. Лексик-семантик яҡтан ҡарағанда ,улар билдәле бер мәғәнә белдерә һәм телдең һүҙлек составына ҡарай.
Шул уҡ ваҡытта фразеологик берәмектәрҙе уларға оҡшаш һүҙбәйләнештәрҙән торған терминдарҙан айырырға кәрәк . Башҡорт телендә бындай терминдар күп кенә ҡүгәрсен күҙе (сәскә исеме ),бесәй табаны (үлән ) һ. б. Бындай һүҙҙәрҙең төп функцияһы -предметтарҙы һәм күренештәрҙе атау . уларҙағы хис- тойғо биҙәктәре бөтөнләй юғалған ,,ә образлыҡ икенсе планға күскән . Ошоноң нигеҙендә бындай бындай терминдарҙы фразеологик берәмектәргә ҡаратып булмай .
Үҙенең "Бөйрәкәй " романында Т. Ғарипова һүрәтләү сараһы булараҡ фразеологизмдарҙы бик оҫта ҡуллана. Улар геройҙарҙың холоҡ -фиғелен , ҡылығын . йәшәйешен һүрәтләүҙә урынлы һәм уңышлы файҙалана. Был яҙыусының төп стиль үҙәнселеге булып торалыр . Әҙәби әҫәрҙең кеше күңеленә тәьҫир итеү ҡеүәһе лә фразеологизмдарҙы оҫта ҡулланыуҙан , уларҙың әһәмиәтен тойоуҙан бит. Шул саҡта ғына яҙыусы фантазияһының ныҡышмалы эшмәкәрлеге . һөҙөмтәһе күркәмлеге менән ғәҙәти күренештәрҙән айырылып тора.
Фразеологик берәмектәрҙе тел ғилемендә улар составына ингән һүҙҙәрҙең мәғәнә яғынан бәйләнешенә ҡарап төркөмдәргә бүләләр. Акдемик В. В. Виноградов классификацияһы буйынса
. башҡорт телендәге фразеологик берәмектәр

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: