Статья

Страницы: 1 | 2  >  >>

Бөйөк Ватан һуғышы.
Йөрәктәрзе берсә хисләндереп, берсә елкендереп, берсә тетрәндереп бар халҡыбыҙҙың өҙөлөп көткән көндәренең береһе - Еңеү көнө! Ҡәһәрле һуғыш йылдарында ошо матур, яҡты көндө яҡынайтыу өсөн, беҙ тыныс күктә йәшәһен өсөн халык ҡаһармандарыбыҙҙың күпме ҡаны түгелгән, күпме ғүмерҙәре өҙөлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы кемдәрҙеңдер хатта һуңғы төйәге лә билдәһеҙ.
Яу яландарында башын һалған һалдаттар, тыл хеҙмәткәрҙәре хәтергә йышыраҡ төшә, күңелдәргә һағыш өҫтәй. Һуғыш үтте, уның һулышы ҡалды. Ауыр яра, ғорурлыҡ тойғоһо халыҡ күңелендә мәңге йәшәй. Фашистарҙы үҙ ерендә туҙҙырған, тыуған яҡтарына имен - һау әйләнеп ҡайтып та беҙҙең арала булмаған олатайҙар, ҡартатайҙар рухы алдында беҙ мәңге бурыслыбыҙ.
Тыуған илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итергә әҙерләнә. Башҡорт лицей интернаты ла был саранан ситтә ҡалманы. Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы һәм Йәштәр Советы, бөйөк еңеүҙең 70 йыллығына арналған, легендар, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм 112 -се башҡорт кавалерия дивизияһының исемен мәңгеләштереү, уны йәш быуынға еткереү маҡсатында үткәрелгән ултырышта ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был сарала иһә Миңлеғәле Шайморатовты белгән ветерандарҙың фекерҙәрен тыңланыҡ, Һуғыш темаһына арналған Вильдан Файзуллин, Хәсән Усманов башҡарыуында йырҙар тыңланыҡ. Хөрмәтулла Үтәшевтың сығышы күҙҙәрҙә йәштәр төйөлттө. Шайморатов генералдың исемен мәңгелләштереүен кәрәклеге тураһында тағыла нығыраҡ инандыҡ. Был сара уҡыусыларҙа ғорурлыҡ тойғоһо уятты, һәм бөйөк тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләне. Шулай уҡ беҙҙең лицей Бөйөк Еңеүгә арналған төрлө саралар үткәрҙе. "Беҙ бергә" акцияһы, хәрби-патриотик йырҙарҙы сәхнәләштереү конкурсы. Шуларҙың һәр береһендә 10 в класс уҡыусылары актив ҡатнашты.
"Беҙ бергә" акцияның төп маҡсаты Бөйөк Ват

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: