Статья

Страницы: <<  <  1 | 2

ан һуғышы ветерандарына ярҙам итеү, уларға ихтирам тойғоһо тәрбиәләү, илебеҙҙең данлы үткәненә ғорурлыҡ тойғоһо уятыу. Был акцияла ҡатнашып 10 в класс егеттәре ветерандарҙың ихаталарын тәрбиәләп, ҡоймаларын буяп бирҙеләр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вячеслав Мамаев үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп беҙгә яуҙа булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын һөйләне. Эшебеҙҙе тамамлағас һуғыш ветераны менән фотоға төштөк.
Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына арналған хәрби-патриотик йырҙарҙы сәхнәләштереү конкурсында 7 - 11 класс уҡыусылары алыҫ һуғыш йырҙарын сәхнәләштерҙеләр. Йырҙарҙа һуғыш атрибутикалары, хәрби эш кейемдәре ҡулланылды, образдар менән тулыландырылды. Былар барыһы ла йырҙарҙың йөкмәткеһен тулыраҡ асырға, һуғыш йылдары атмосфераһына сумырға мөмкинлек бирҙе. Егеттәр конкурсҡа етди әҙерләнгәндәр: һалдат гимнастеркалары, мылтыҡтар, пилоткалар дәһшәтле һуғыш йылдарын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте.
Ошондай төрлө саралар уҡыусыларҙа тыуған илгә ҡарата һөйөү, ил тарихына ҡыҙыҡһыныу, атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығына ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.




Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: