Дуҫыңа ярҙам ит
Маҡсат: Телмәр аппарытын нығытыу;
"ш" - өнөн ҡабатлатыу, һүҙлек запасын байытыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү;
профессияларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм ярҙам итеү теләге уятыу.
Йыһазландырыу: Һүрәттәр: шофер, табип, руль тәгәрмәс, аҡ халат, дарыу, ағас; алмалар, кәрзинә
Һүҙлек эше: Шофер, табип
Дәрес барышы
Ҡапыл ишек туҡылдаталар һәм балаларға ҡунаҡҡа Тыр - тыр килә. Ҡулына кәрзинә тотоп алған, күңеле бойоҡ. Ул балалар менән һаулыҡ һораша.
- Һаумыһығыҙ балалар
- Һаумы Тыр - тыр. Ниңә күңелең бик бойоҡ?
- Миңә ошо балалар баҡсаһында бик матур һәм аҡыллы, бар нәмәне лә белгән балалар бар тигәйнеләр. Балалар, һеҙ миңә ярҙам итмәҫһегеҙме икән? Мин бит атайым менән әсәйемдең әйберҙәрен бутап бөткәнмен. Шуларҙы миңә айырырға ярҙам итмәҫһегеҙ микән.
- Балалар, Ҡарағыҙ әле, Тыр - тырҙың күңеле бик бойоҡ, бәлки беҙ уға ярҙам итербеҙ. Тыр - тырға ярҙам итәйек ме?
Тик Тыр - тыр, һиңә ярҙам итер өсөн, беҙгә үҙебеҙҙең телдәрҙе шымыртып алыр кәрәк. Әйҙәгеҙ, балалар, телмәребеҙгә күнегеүҙәр эшләп алайыҡ. Тыр - тыр һиндә беҙҙең менән бергә эшләп телеңде шымартып ултыр.
(Артикуляцион күнегеүҙәр эшләтеү)
Беҙ күңелле балалар (Йылмайыуҙы эшләү)
Шаярышып алалар (Футбол эшләтеү)
Унан һуң рәхәтләнеп ял итәләр (Көрәк эшләтеү)
Афарин , балалар бик тырышыр эшләнегеҙ. Тыр - тыр һиндә бик тырышып эшләнең.
Ә инде әйҙәгеҙ Тыр - тырға ярҙам итәйек. Тыр - тыр күрһәт инде балаларға, нимәләрҙе бутап бөткәнһең.
Был минең атайым. Ул шофер. (Кәрзиндән шофер һүрәтен сығарып ҡуя. )
Әйҙәгеҙ балалар бергәләп ҡабатлайыҡ, шофер.
(Хор менән унан һуң айырым балаларҙан ҡабатлатыу)
Ә был минең әсәйем. Ул табип (врач) булып эшләй (Табип һүрәтен сығарып ҡуя)
Әйҙәгеҙ балалар бергәләп табип
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>