Развитие речи

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>

һүһен ҡабатлайыҡ.
(Хор менән унан һуң айырым балаларҙан ҡабатлатыу)
Балалар, ҡарағыҙ әле был һүрәттәргә, Тыр - тырҙың атаһы кем булып эшләй?
Тыр - тырҙың атаһы шофер. Ул машина йөрөтә.
Тыр - тырҙың әсәһе кем булып эшләй?
Тыр - тырҙың әсәһе табип булып эшләй. Ул балаларҙы дауалай.
Бына мин шул уларҙың әйберҙәрен бутап бөткәнмен дә, кемгә нимә кәрәк икәненң белмәйем.
(Кәрзин эсендә руль, тәгәрмәс, аҡ халат һүрәттәре ята)
Кәрзиндәге әйберҙәрҙе айрып һалырға ярҙам итәйек. (Кәрзин эсенән руль сығара)
Был нимә? Был кемгә кәрәк? Тыр - тырҙың әсәһаенә ме , әллә атаһына мы?
Руль атаһына кәрәк. Кем тағы нисек уйлай? Ә һин нисек уйлайһың?
Руль Тыр - тырҙың атаһына кәрәк. Ни өсөн руль Тыр - тырҙың атаһына кәрәк?
Сөнки ул шофер булып эшләй.
Күрҙеңме Тыр - тыр, беҙҙең балалар ниндәй аҡыллы, барыһын да беләләр, ә һин иғтибар менән генә тыңлап ултыр.
(Кәрзиндең эсенән халат сығарыла)
Был нимә?
Был халат Тыр - тырҙың әсәһенәме әллә атаһына кәрәкме?
Халат тыр - тырҙың әсәһенә кәрәк
Ни өсөн халат Тыр - тырҙың әсәһенә кәрәк
Сөнки ул табип булып эшләй. Табиптар аҡ халат кейәләр.
Күрҙеңме Тыр - тыр, балалар нисек һиңә ярҙам итәләр, һин онтма, иҫеңдә ҡалдырып ултыр.
(Кәрзин эсенән ағас һүрәте төшөрөлгән һүрәт сығарыла. )
Был нимә?
Был ағас.
Ә ағас кемгә кәрәк?
Тыр - тыр: Әй, был минең һүрәтем. Әсәйем уны миңә биргәйне.
Балалар, әйҙәгеҙ беҙ Тыр - тырға үҙебеҙ ағас үҫтереп күрһәтәйек. Тыр - тыр әйҙә һиндә беҙҙең менән бергәләп ағас үҫтер
Физминутка:
-Ағастар бәләкәй була һәм үҫеп баралар.
(Балалар сүкәйеп ултыра һәм яйлап ҡына күтәреләләр. )
Үҫтеләр. (Ҡулдарҙы өҫкә күтәреү)
Ел сыҡты, япраҡтар шаулай. Әйҙәгеҙ бергәләп япраҡтарҙы шаулытайыҡ.

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: