Ш- ш - ш - ш - ш
Япраҡтарҙың тауышын сығарыу һәм "ш" өнөн ҡабатлау) (Күнегеүҙе 1 - 2 тапҡыр ҡабатлатыу)
Күрҙеңме Тыр - тыр, беҙҙең балалар ҡайһылай шәп.
Рәхмәт балалар. Мин дә һеҙҙең менән ағас үҫтереп, күңелем күтәрелеп китте.
Ә хәҙер Тыр - тырға ярҙам итеүебеҙҙе дауам итәйек. Кәрзиндән Тәгәрмәс сығарыла.
Был нимә? Кемгә кәрәк Ни өсөн? Һин нисек уйлайһың?
Был тәгәрмәс. Ул Тыр - тырҙың атаһына кәрәк, сөнки ул шофер булып эшләй. Ә машинаға тәгәрмәс кәрәк.
(Кәрзин эсенән дарыу сығарыу)
Был нимә? Кемгә кәрәк Ни өсөн? Һин нисек уйлайһың?
Был дарыу. Ул табипҡа кәрәк. Балалар ауырыһа, ул беҙгә дарыу бирә.
Афарин, ә хәҙер әйҙәгеҙ ошо һүрәттәр ярҙамында Тыр - тырға хикәйә төҙөп, һөйләп күрһәтәйек. Кем миңә Тыр - тырҙың атаһы тураһында һөйләй?
Атай шофер. Ул машина йөрөтә. Машинаның руле, тәгәрмәсе бар.
Кем миңә Тыр - тырҙың әсәһе тураһында һөйләй?
Әсәй табип булып эшләй. Табиптар аҡ халат кейәләр. Балалар ауырыһа, улар беҙгә дарыу бирәләр.
Афарин балалар, барыһы тураһында ла бик дөрөҫ һөйләнегеҙ. Ә һин Тыр - тыр иҫеңдә ҡалдырҙың мы?
Рәхмәт балалар, һеҙ миңә бик ҙур ярҙам иттегеҙ. Хәҙер инде мин барыһын да белдем, бутамай ғына әйберҙәрҙе айырып һалырға өйрәндем. Әсәйем миңә күп итеп витаминдар биргәйне, һеҙ миңә ярҙам тикәнегеҙ өсөн витаминдарҙы һеҙгә бирәм. (Кәрзиндән алмалар сығара)
Тыр - тыр, һин беҙгә витамин бирәм тигәйнең, үҙең алмалар сығараң.
Әсәйем миңә алмала витаминдар бик күп тип һөләне һәм уның кешегә файҙалы икәнен аңлатты. Һеҙ ошо алмаларҙы ашағыҙ, ауырымағыҙ. Миңә инде ҡайтырға ваҡыт етте, хәҙер әсәйем менә атайым эштән ҡайтырҙар ҙа, мине юғалтырҙар. Барыһы өсөн ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ (Сығып китә)
Страницы: << < 1 | 2 | 3