Рабочая программа учебного предмета «Башкирский язык» для 8 класса

Страницы: <<  <  5 | 6 | 7 | 8 | 9  >  >>

у. Шулай итеп, төп дөйөм биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимләдә булырға тейеш.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре. "Башҡорт (дәүләт) теле" предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.
Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (дәүләт) теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
1) Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә дәүләт теленең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2) Башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен аңлау; дәүләт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
3) Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең
метапредмет һөҙөмтәләре булып:
1. )телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
Аудирование һәм уҡыу:
-телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
-төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);
- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуға

Страницы: <<  <  5 | 6 | 7 | 8 | 9  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: