өрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу;телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау);танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай алыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү;библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б);регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу. ) Функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланы
Страницы: << < 4 | 5 | 6 | 7 | 8 > >>