һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).
3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Башҡорт теле - башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.
Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа "Башҡорт теле " предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.
Уҡыу процесын ойоштороу формалары:
Дәрес-консультация
Практик дәрестәр
Эшлекле уйындар
Ярыш дәрестәре
Компьютер дәрестәре
Төркөмдәр менән эшләү
Ижади дәрестәр
Дәрес конкурстар
Әңгәмә дәрестәре
Дәрес уйындар
Дәрес конференциялар
Дәрес семинарҙа
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>