5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. -Өфө:Китап.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Толомбаев Х. А. , Дәүләтшина М. С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2008.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған "Башҡорт теленән программа" (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I- IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А. , Дәүләтшина М. С. , Ғәбитова З. М. , Усманова М. Г. - Ижевск: "Книгоград".
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 94 - се лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының "Уҡыу планы"на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
"Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында" законы, Рәсәй Федерацияһының "Мәғариф тураһында" Законы, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законы, Башҡортостан Республикаһының "Мәғариф тураһында" Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
oo телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
oo телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
oo бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>