quot;Ҡыҙҙар һәм егеттәр" тип атала. Мин "Ҡыҙҙар" тип әйтһәм - ҡыҙҙар ҡул саба, әгәр "Егеттәр" тиһәм - егеттәр аяҡ тыпырлата. Килештекме? Уйынды башлайыҡ.
2-се алып барыусы: Бик яҡшы. Рәхмәт! Был ярышта ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә еңеп сыҡты. Ә хәҙер байрамыбыҙ түренә 6 "в" класын саҡырабыҙ. (Әкиәттең исеме менән слайд)
1-се алып барыусы: Бына шулай, сәйәхәтебеҙҙең аҙағына ла килеп еттек! Бөгөнгө байрам бик күңелле, дәртле булды, ә һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы һуң?- Эйе!
2-се алып барыусы:Ә хәҙер хөрмәтле жюри ағзалары урындар билдәләгәнсе, йомаҡ сисеп алайыҡ.
1. Алда оҙон йыландай,
Бормаланып ята.
Өйҙән алып китә лә.
Өйгәалып ҡайта. (юл)
2. Күлдә бар, йылғала юҡ,
Күҙҙә бар, башта юҡ. ("к" хәрефе)
3. Ябай ғына бер көпшә,
Ә эсенән моң бөркә. (ҡурай)
4. Ишектән керер, түргә уҙыр. (һыуыҡ)
5. Аҡ түшәгем йыртылды,
Бөтөн ергә йөн тулды. (ҡыш)
6. Бер ағаста мең ҡара. (ҡарағат)
7. Аҡ ҡына, семтеп ала саҡ ҡына,
Ята шым ғына,
Үлер сағы етте иһә,
Илап ала тын ғына. (ҡар)
8. Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара,
Ышанмаһаң ашап ҡара. (ҡарағат)
9. Белеме лә, йәне лә юҡ,
Үҙе яҙа ғүмер буйы.
Яҙған һайын яйлап ҡына
Бәләкәсәйә бара буйы. (ҡәләм)
10. Ҡап-ҡара булып килә лә,
Тыпылдап ергә тама.
Туҙандарҙы баҫа төшһә,
Саф булып ҡала һауа. (ямғыр)
1-се алып барыусы: Һау булығыҙ, әкиәт яратыусылар! Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Страницы: << < 1 | 2 | 3