Путешествие в страну сказки

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>








Шәфиева
Гөлназ
Ирғәли ҡыҙы



















"Әкиәт иленә сәйәхәт"
"Экология йылы"на арналған
сценарий














1-се алып барыусы: Хәйерле көн уҡыусылар,тәрбиәселәр, уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар, жюри ағзалары!!!
2-се алып барыусы:
Һаумыһығыҙ, тип башлайыҡ әле,
Күрешеүҙәр шулай башлана.
Һаумыһығыҙ, тигән йылы һүҙҙән
Күңел ирей, йәндәр шатлана!
1-се алып барыусы:Дуҫтар, ә һеҙ Әкиәт батшалығы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Ә ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме? Балалар, теләйһегеҙме, бөгөн Әкиәт батшалығына сәйәхәт итәсәкбеҙ?
Әкиәт иле - серле,
Әкиәт иле - йомаҡ.
Аҙашмай шул илгә
Еткерсе беҙҙе, йомғаҡ.
2-се алып барыусы:
Әкиәт илендә бар
Тылсымлы кейек-ҡоштар.
Әйҙә, шул серле илгә
Юлға сығайыҡ, дуҫтар!
1-се алып барыусы:Әммә беҙҙең бөгөнгө сәйәхәтебеҙ ябай түгел. Владимир Владимир улы Путин Рәсәйҙә быйылғы йылды "Экология йылы" тип иғлан итте. Шуға ла беҙ бөгөн экологияға бәйле әкиәттәр иленә барасаҡбыҙ. Сәхнә түренә 5 "а" класын саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ!(Әкиәттең исеме менән слайд)
2-се алып барыусы: Афариндар! Оҡшанымы? Йәгеҙ әле, уйнап алайыҡ. Мин "Карлики" тиһәм - ултыраһығыҙ, ә "Великаны" тиһәм - баҫаһығыҙ. Әҙерһегеҙме? Башланыҡ.
1-се алып барыусы:Бик яҡышы. Рәхмәт! Ә хәҙер сәхнәгә 6 "а" класс уҡыусыларын саҡырайыҡ. (Әкиәттең исеме менән слайд)
Мәскәй әбей һепертке менән килеп сыға.
Мәскәй әбей: Уф-уф-уф. Ниндәй тауыш ул, ә? Әт-тә-тә-тә, тағыла минһеҙ байрам итмәксе булғандар. Йә, ниңә минең менән күрешмәйһеге

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: