ыуыҡ көндәр була. Селлә ҙур мәжлестәр , туйҙар үткәрергә ярамай һәм тағы ла йәйге селлә лә була. Йәйге селләлә көндәр ныҡ эҫе була,һыйырҙарҙың һөтө кәмей.
Тәрбиәсе: Балалар Селлә ваҡытын һеҙ киләсәктә онотмаҫһығыҙ инде.
Нардуған: Балалар бәлки Селлә бабай килгәнсе бейеп күрһәтерһегеҙ?
Тәрбиәсе:Әйҙәгеҙ парлашып "дуҫлыҡ "бейеүен бейеп алайыҡ.
Бейеү "Дуҫлыҡ "
Селлә бабай инә.
Селлә бабай: Һаумыһығыҙ балалар,һаумыһығыҙ ҡунаҡтар!Нардуған байрамына ашығып килеп еттем ,һеҙҙең менән йырлап - бейеп күңел асырға килдем. Киң ризыҡ , киң дәүләт бирһен хоҙайым!Барыбыҙға ла һаулыҡ , сәләмәтлек теләйем!
Нардуған: Тотоноғоҙ ҡулға - ҡул
Яһайыҡ ҙур түңәрәк
Селлә бабайым менән
Әйләнәйек бергәләп.
Түңәрәк уйын "Әйләнәйек"
Ултыралар
Селлә бабай:Һай афарин күңел күтәрелеп дәртләнеп киттем. Ә хәҙер минең менән уйнап алығыҙ. бына ошо бейәләйем менән. Ул минең тылсымлы бейәләйем. Хәҙер көй уйнаһа мин бейәләйемде ебәрәм , көй туҡтағанда кемдә бейәләй ҡала , уға яза(наказ)бирелә. Әҙерһегеҙме балалар?Улайһа башлайыҡ.
Уйын "Туңдырам "
Йыр "Егеттәр"
Шиғыр
Бейеү "Лирик"
Үсекләшеүҙәр
Иштуған - ҡыш тыуған
Ҡышҡыһын сана шыуған.
Малайҙар , малайҙар
Ҡыйыҡ башындағы ҡалайҙар.
Ҡыҙҙар , ҡыҙҙар
Һауалағы йондоҙҙар.
Илаҡ-илаҡ илле ҡолаҡ
Ҡолаҡтарын йыумаған
Күҙ йәштәрен йыумаған.
Сиң-сиң-сиңерткә
Ситән араһында.
Йыр "Ал бәйлә ҡулыңа"
Өләсәй: Селлә бабай , Нардуған ултырып ял итеп алығыҙ.
Селлә бабай: ҙур рәхмәт балалар ихтирамығыҙ , иғтибарығыҙ өсөн.
Нардуған: бик күп һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәттегеҙ, рәхмәт һеҙгә.
Селлә бабай: миңә ҡыҙым эҫе була башланы ,хәлем бөтә башланы.
Нардуған:
Страницы: << < 2 | 3 | 4 | 5 > >>