Нардуган

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>

лалар ултыралар.
Өләсәй: Ҡышҡы Нардуған байрамы мөбәрәк булһын!Донъялар имен торһон!
Тәрбиәсе: нар - нар , нарына .
Бәхет бирһен барына!
Бала: Мал-тыуарҙар түл йәйһен!
Малдар ашһын ҡуранан!
Ашлыҡ ашһын буранан!
Илебеҙ тыныс булһын!
Күңелегеҙ киң булһын!
Өләсәй: изге теләктәрегеҙгә мең рәхмәт!
Тәрбиәсе: Юрауығыҙ юш килһен , изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Өләсәй: балалар ә һеҙ Нардуған байрамы тураһында ишеткәнегеҙ бармы?
Ҡыҙ: Өләсәй ә Нардуған нимәне аңлата ул?
Өләсәй: Улайһа тыңлағыҙ балалар. "Нар" һүҙе ҡояш ҡояш тигәнде аңлата , шулай булғас , Нардуған ул ҡояш тыуған көн . Боро - борон заманда атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә иң ҡыҫҡа көндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр: "Нар туған беҙгә йөҙөң менән борол инде!"Көндәр оҙая башлағас , ҡояш кешеләрҙе тыңлап йөҙө менән борола икән тип уйлағандар һәм шуға ышанғандар.
Малай: Ә ҡышҡы Нардуған ҡасан була ул?
Өләсәй: Ҡышҡы Нардуған декабрь айының 25-ендә башланып бер аҙна буйы дауам иткән. Был йола борон-борондан күсеп килгән. Һәр халыҡ үҙенсә был байрамды билдәләп үткән.
Ҡыҙ: Ә нисек Өләсәй?
Өләсәй: Ут аша һикергәндәр , төрлө уйындар уйналған,әйтемдәр әйтешкәндәр,йомаҡтар ҡойғандар,йырҙар йырлағанда . бейегәндәр,ә балалар урам буйлап "Нар-нар Нардуған , Нардуғанға кил туған"-тип байрамға саҡырып йөрөгәндәр.
Тәрбиәсе: Өләсәй әйҙәгеҙ балалар менән бергәләп ҡабатлайыҡ , иҫтәрендә ҡалһын.
Бергәләп: Нар-нар-Нардуған!
Нардуғанға кил туған!
Өләсәй: хәҙер һеҙҙең тауышығыҙҙы ишетеп Нардуған килеп тә етер инде балалар.
Көй яңғырай , Нардуған инә.
Нардуған: Һаумыһығыҙ балалар,һаумыһығыҙ ҡунаҡтар! Саҡырғанығыҙҙы ишетеп килеп тә еттем бына.
Нардуған мөбәрәк булһын
Тормош түңәрәк булһын
Мал-

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: