тыуарыбыҙ артһын
Игендәребеҙ уңһын!
Тәрбиәсе: Әйҙә түрҙән уҙ Нардуған.
Өләсәй: Әйҙәгеҙ балалар нардуған менән түңәрәктә йырлап-бейеп алайыҡ.
Түңәрәк уйын "Нардуған"
Нардуған: Балалар һеҙ бик матур йырланығыҙ , ә ҡыш тураһында йомаҡтар , әйтемдәр беләһегеҙме?
Балалар: эйе . беләбеҙ.
Тәрбиәсе: Нардуған беҙҙең балалар зирәктәр , уңғандар бик күпте беләләр.
Йомаҡтар ,әйтемдәр,һынамыштар.
Бабайым килә ҡағынып
Аҡ толобын ябынып(Ҡыш)
Ишектән инә лә , түргә үтә(Һыуыҡ)
Үкерә лә ҡотора
Бөтә ерҙе тултыра(Буран)
Ҡапҡаны аса ла
Ҡапҡа артына ҡаса(Ел)
Тәрбиәсе: Ә хәҙер әйҙәгеҙ һынамыш - әйтемдәр әйтәйек.
Бесәй ишек тырнаһа , буран була.
Ҡыш көнө ағас бәҫләнһә , иген уңа.
Эшләмәһәң йәй көнө - ни ашарһың ҡыш көнө.
Ҡалын ҡар ер өсөн юрған.
Ҡыш ҡар күп булһа , йәй ямғырлы була.
Ҡыш тәҙрә тирләһә , ҡар яуа.
Малай: Өләсәй , беҙҙең ҡар тураһында йырыбыҙ бар.
Өләсәй: Әйҙәгеҙ малайҙар улайһа йырлап ишеттерегеҙ әле.
Йыр "Ҡар яуа".
Өләсәй:Һай афарин балалар,ысынлап та бигерәк шәп йыр. Эй,ноҡот һалып быйылғы йылдың уңышлыҡтарын беләйем тигән инем , ҡайҙа әле ул минең ноҡот таштарым , күрмәнеңме ҡыҙым.
Ҡыҙ: бына Өләсәй . бына ул һинең таштарың.
Өләсәй:Оҙон - оҙаҡ юл төшә
Кемдер беҙгә ашыға
Ноҡотҡа берәүҙең һыны төшә
Үҙе ҡарт , үҙе дәрт
Уның байрамда булыуы шарт.
Ноҡотҡа күп һындар төшә
Күңелле байрам көтә.
Был ноҡотҡа бер һын төшә.
Тәрбиәсе: Ә кемдең һыны һуң Өләсәй?
Өләсәй: Был беҙҙең Селлә бабай.
Нардуған: балалар ә һеҙ Селлә бабай тураһында беләһегеҙме?
Ҡыҙ: Өләсәй бәлки һин беҙгә һөйләп бирерһең?
Өләсәй: Ҡышҡы селлә ҡырҡ көн дауам итә. Ул көндәр иң сатлама һ
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>