Н Сафин. Бишбармаҡ

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


Н Сафин "Бишбармаҡ". Күнегеүҙәр эшләү.
Маҡсат: 1. Башҡортостан яҙыусыһы Наил Сафиндың"Бишбармаҡ" текстыйөкмәткеһе менән таныштырыу,уҡыған тексты тормош менән бәйләргә өйрәтеү.
2. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу,исем тураһында алған белемдәрҙе ҡабатлау, нығытыу.
3. Уҡыусыларҙың фекерләү сәләтен үҫтереү,уҡыусыларҙа зирәклек, отҡорлоҡ, иғтибар тәрбиәләү.
4. Уҡыусыларҙа башҡорт милли аштарына ҡыҙыҡһыныу уятыу,ватансыл рух
тойғоһо,тыуған илгә ихтирам хисе тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Н. Сафиндың"Башҡорт аштары" китабы,мультимедиа проекторы, компьютер, интерактив таҡта,башҡорт халыҡ көйө,тест һорауҙары менән карточкалар.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле .
1. Психологик инеш.
- Һаумыһығыҙ уҡыусылар !
Кәйефтәрегеҙ нисек?
( Ҡояшлы иртә кеүек. )
( Башҡорт дәүләт телен өйрәнергә тип килдек!)
oo Афарин, дуҫтарым ултырығыҙ! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.
oo Күрүегеҙсә,беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ,ҡунаҡтарҙы,бер-беребеҙҙе,бөтә донъяны сәләмләйек.
Һаумы ,ҡояш!(слайд 1)-
Һаумы,дуҫым!
Хәйерле иртә,ҡунаҡтар!(хор менән уҡыу)
oo Әгәр һеҙ һәр көндө ошолай бөтә донъяны сәләмләп каршылаһағыҙ, яратһағыҙһәйбәт кешеләр булып үҫерһегеҙ.
oo 2. Дәрес алды шиғырын уҡыу.
Башҡорт теле -минең телем,
Хөрмәтләйем мин һине.
Матурлығың , нескәлегең
Таң калдыра бит мине.
Әйҙәгеҙ балалар ошо экрандағы шиғъри юлдарҙы бергә уҡып китәйек.
Мин һеҙгә башта үҙем уҡып ишеттерермен.
Башланып китте дәрес,(слайд 2)-
Беҙ матур ултырабыҙ.
4 ле,5 ле билдәләрен
Көн һайын арттырабыҙ. (хор менән уҡыу)
oo Афарин! Башҡорт телебеҙ үҙенең матурлығы,нес

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: