Тема: "Көҙгө уңыш"
Маҡсат: балаларҙы баҫма техникаһы ҡулланып шалҡан һүрәтен һүрәтләргә өйрәтеү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Һүрәт төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Һүҙлек эше: шалҡан, ейәнсәр, түңәрәк.
Йыһазландырыу: ҙур форма шалҡан, туп һәм кубик уйынсыҡтары, ике өлөшкә бүленгән шалҡан һүрәттәре һәр бер балаға, әкиәт персонождарының һүрәттәре, музыка, шалҡан һүрәте өлгөһө, гуашь, бумала, клеенка, салфеткалар, һыу, ҡағыҙ бите, губка.
Интеграция: коммуникация, хеҙмәт.
Дәрес барышы.
Бер мөйөштә шалҡан ята, балалар уйнап йөрөгәндә тәрбиәсе шалҡанды табып ала.
Блалар ҡарағыҙ әле бы нимә ул? Килегеҙ әле ҡарайыҡ. (Шалҡан).
Эйе, был шалҡан. Әйҙәгеҙ балаларултырығыҙ, шалҡанды ҡарайыҡ. (Арҡаларҙы төҙ итеп ултырығыҙ. ) Шалҡан ниндәй төҫтә? (Һары).
Шалҡандың тағы нимәһе бар? (Япраҡтары).
Ә япраҡтары ниндәй төҫтә? (Йәшел).
Был нимә? (Туп).
Туп ниндәй төҫтә? (Һары).
Был нимә? (Кубик).
Кубик ниндәй төҫтә? (Күк).
Шалҡан тупҡа оҡшағанмы, әллә кубиккамы? (Тупҡа).
Эйе дөрөҫ әйтәһегеҙ, шалҡан тупҡа оҡшаған, ул да түңәрәк, һары төҫтә.
Ә һеҙ шалҡан тураһында ниндәй әкиәт беләһегеҙ? ("Шалҡан" әкиәте).
Әйҙәгеҙ шул әкиәтте иҫкә төшөрөп китәйек? (Таҡтаға әкиәт персонаждарының һүрәттәре ҡуйыла). Таҡтала шалҡан һүрәте.
Балалар, был нимә ул? (Шалҡан).
Шалҡан ҙур итеп кем үҫтергән? (Бабай).
Эйе, бабай шалҡанды сәскән, шалҡан үҫкәндә үҫкән, бабай шалҡанды йолҡоп алмаҡсы булған: тарта - тарта, тартып сығара алмай.
Бабай ярҙамға кемде саҡырған? (Әбейҙе).
Әйҙәгеҙ бергәләп әйтәйек: әбей бабайға, бабай шалҡанға тотона, тарталар - тарталар йолҡоп сығара алмайҙар.
Шунан әбей ярҙамға кемде саҡырған? (Ейәнсәрен).
Ейәнсәр әбейгә, әбей бабайға, бабай
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>