япраҡтарын эшләйбеҙ. Бумаланы һыуҙа йыуып урынына һалабыҙ. Ҡулдарҙы салфеткаға һөртәбеҙ.
Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә шундай матур шалҡандарҙы төшөрөгөҙ. Килегеҙ, өҫтәл арттарына ултырығыҙ. Балалар шалҡан һүрәтен төшөрәләр.
Афарин, балалар. Бына ниндәй матур шалҡандар килеп сыҡты. Бумаларҙы урынына һалығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы һөртөгөҙ.
Ә хәҙер әйҙәгеҙ шалҡандарыбыҙҙы ҙур шалҡан эргәһенә алып барып һалайыҡ.
Йомғаҡлау.
Бына ҡайһылай күп булды беҙҙең шалҡандар.
(Тәрбиәсе балаларҙы маҡтай). Афарин балалар, әкиәтте һөйләнегеҙ, матур итеп шалҡан һүрәтен төшөрҙөгөҙ. Бөтәгеҙ ҙә тырыштығыҙ. Үҙебеҙҙе маҡтап сәпәкәй итәйек.
Страницы: << < 1 | 2 | 3