Көҙгө уңыш

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>

шалҡанға тотона тарталар - тарталар йолҡоп сығара алмайҙар. (Бөтәһе лә бергә яуап бирәләр).
Ейәнсәр ярҙамға нимәне саҡырған? (Муйнаҡты).
Муйнаҡ ейәнсәргә, ейәнсәр әбейгә, әбей бабайға, бабай шалҡанға тотона, тарталар - тарталар йолҡоп сығара алмайҙар.
Муйнаҡ ярҙамға нимәне саҡырған? (Мыяубикәне).
Мыяубикә Муйнаҡҡа, Муйнаҡ ейәнсәргә, ейәнсәр әбейгә, әбей бабайға, бабай шалҡанға тотона, тарталар - тарталар йолҡоп сығара алмайҙар.
Мыяубикә ярҙамға нимәне саҡырған? (Сысҡанды).
Сысҡан Мыяубикәгә, Мыяубикә Муйнаҡҡа, Муйнаҡ ейәнсәргә, ейәнсәр әбейгә, әбей бабацға, бабай шалҡанға тотона тарталар - тарталар тарта торғас көскә тартып сығаралар,ти.
Ял минуты.
Әйҙәгеҙ әле, балалар, шалҡан нисек ҙур булып үҫкәнен күрһәтәйек, ҙур түңәрәк эшләйек. Бабай шалҡан сәскән. Шалҡан үҫкән дә үҫкән (Балалар ипләп кенә өҫкә күтәреләләр, ҡулдарын өҫкә күтәрәләр, өҫкә ҡарайҙар). Ошолай ҙур булып үҫкән. (Балалар ҡулдарын йәйеп ҙур түңәрәк эшләйҙәр).
Ә хәҙер әйҙәгеҙ уйын уйнап алайыҡ. (Бүлмәнең икенсе яғында өҫтәлдә ике өлөшкә бүленгән шалҡан һүрәттәре ята, һәр бер балаға. Тәрбиәсе тәүҙә үҙе төҙөп күрһәтә, шунан балалар төҙөй).
Ҡарағыҙ әле балалар, өҫтәлдә һүрәттәр ята, был һүрәттәрҙән нимә төҙөп була икән, мин төҙөп ҡарайым әле. Нимә һүрәте килеп сыҡты? (Шалҡан).
Балалар, әйҙәгеҙ һеҙ ҙә төҙөп ҡарағыҙ әле. (Балалар төҙөйҙәр, тәрбиәсе ярҙам итә).
Афарин балалар һүрәтте дөрөҫ төҙөнөгөҙ. (Балалар ултырғыстарға барып ултыралар).
Балалар, беҙ һеҙҙең менән шалҡан һүрәтен төшөрәбеҙ, ығтибар менән ҡарап ултырығыҙ. Тәүҙә һары төҫкә губканы манабыҙ. Ҡағыҙ битенә һалып, ипләп кенә баҫабыҙ. Ә япрағын ниндәй төҫ менән эшләйбеҙ? (Йәшел төҫ). Йәшел төҫ менән шалҡандың япраҡтарын эшләйбеҙ, бумаланы ныҡ баҫмайбыҙ. (Күрһәтә). Һыҙыҡтар һыҙып

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: