К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ. Башҡорт алфавиты

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

1-се дәрес
Тема: К. Кинйәбулатова. Мәктәпкә барабыҙ.
Башҡорт алфавиты
Маҡсат: шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу, тасури уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, башҡорт алфавитын ҡабатлау, белем алыуҙың кәрәклеге тураһында һөйләшеү.
Йыһазландырыу: башҡорт алфавиты, белем тураһында мәҡәлдәр яҙылған слайд (плакат), мәктәп, уҡыусылар тормошон сағылдырған слайдтағы һүрәттәр, К. Кинйәбулатованың портреты.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу мәле.
1. Башҡорт телендә һаулашыу;
Башҡорт теле тураһында әңгәмә:
Беҙ быйыл да башҡорт телен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Башланғыс синыфтарҙа беҙ башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәр өйрәндек. Шулай уҡ быйыл да башҡорт телендә һөйләшергә, дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнеүҙе дауам итербеҙ.
2. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
1. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Хор менән башҡорт өндәрен ҡабатлау
Әә, Өө, Үү
Ҡҡ, Ғғ, Ҙҙ, Һһ, ң, ҫ.
2. Шиғыр өҫтөндә эш.
Һаумы, мәктәп! Һуҡмағыңа
Ҡанатланып баҫабыҙ.
Китап битен асҡан һайын
Донъя серен асабыҙ. (Ғ. Дәүләди).
(Хор менән уҡыу, таныш һүҙҙәрҙе табыу, тәржемә итеү)
2. Дәреслек менән танышыу.
3. Һорауҙарға яуап биреү:
oo Рус алфавитында нисә хәреф?
oo Башҡорт алфавитында нисә хәреф?
oo Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтегеҙ. Нисә һуҙынҡы? Нисә тартынҡы?
II. Төп өлөш. Инеш әңгәмә.
1. Мәктәп, уҡыусылар тормошон сағылдырған һүрәттәрҙе ҡулланып, һорауҙарға яуаптар биреү.
oo Был нимә? (Был мәктәп)
oo Мәктәп ниндәй? (Мәктәп ҙур, матур яңы)
oo Уҡыусылар ҡайҙа бара?
oo Улар ҡулдарына нимә тотҡан?
oo Һүрәттә ниндәй көн һүрәтләнгән? (1 сентябрь - Белем көнө)
2. - Белем, уҡыу тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
- Эйе, дөрөҫ. (Уҡыған күп белә. Уҡыу - белем шишмәһе. Белеме ба

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: