Использование здоровьесберегающих технологий на уроках башкирского языка
Башҡорт теле дәрестәрендә һаулыҡ һаҡлау технологияларын ҡулланыу
Насырова Илюза Баязитовна,
учитель башкискогоязыка и литературы МОБУ "СОШ 1",
г. Сибай, Республика Башкортостан, Российская Федерация
Бөгөн башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың маҡсаты, бурыстары, башҡа фәндәр системаһында тотҡан урыны, уҡытыусының эшмәкәрлеге, һүҙ һәм һүҙ сәнғәте ярҙамында мәҙәниәтле шәхес формалаштырыуға йүнәлтелә. Уҡытыусы алдына ҡуйылған иң юғары һәм үҙәк талап - башҡа мәҙәниәттәргә ыңғай ҡарашлы, сәләмәт рухлы, үҙ халҡының патриоты булған шәхес тәрбиәләү. Тормош шарттары ҡырҡа үҙгәреш кисергән дәүерҙә башҡорт теле уҡытыусыһы ла замандан ҡалышмай, яңы технологиялар, эффектлы метод һәм алымдар ярҙамында ошо бурыстарҙы тормошҡа ашыра.
Рәсәй һәм Башҡортостанда социаль- иҡтисади үҙгәртеп ҡороу кешенең физик һәм рухи һаулығын нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу мәсьәләләре төп урынды алып тора. "Белем биреү аша- һаулыҡҡа" концепцияһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә мәктәптә уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау, нығытыу өсөн күп эштәр башҡарыла.
Көн һайын 5- 6 дәрес уҡыған бала бик ныҡ арый. Дәрестә күҙ, ҡулдар, кәүҙә, бигерәк тә арҡа, муйын мускулдары тиҙ тала. Мәктәптә уҡыу йылдарында баланың күҙенә зыян килә, нервы системаһында, ашҡаҙан эшмәкәрлегендә лә төрлө насар үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, уҡыусылар насар ғәҙәттәргә (тәмәке тартыу, алкоголизм, наркотиктар ҡулланыу) дусар булалар.
Башҡорт теле дәрестәрендә һаулыҡ һаҡлау технологияһын ҡулланыуға килгәндә, башҡорт теле һәм һаулыҡ темаһына айырым туҡталып китеү кәрәк.
Көнсығыш илдәрендә, кеше ауырыуҙарының 70 проценты аңдың боҙолоуынан башлана, тигән фекер йәшәй. Аң боҙолоуының бер сәбәб
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>