Тема: Иң матур тел - минең телем.
Маҡсат: туған телебеҙ - башҡорт теле икәнен аңлатыу; телебеҙҙең матурлығы, байлығы, яғымлылығы тураһында әңгәмәләшеү, тел тураһында шиғырҙар уҡыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йырҙары, бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу. телгә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: "Туған телем - башҡорт теле" (йыйылма материал), "Туған телдәр тураһындағы закон",слайдтар,күренекле кешеләрҙең тел тураһында әйткән һүҙҙәре (плакаттар), туған телдә сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе,музыкаль биҙәү
Үҙенең әсә теленә вайымһыҙ ҡараған кеше - ҡырағай кеше, зарарлы кеше. Сөнки шуның менән ул үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙлеген,битарафлығын күрһәтә. (К. Паустовскийҙан)
Халыҡ теле - иң бай тел. (Л. Толстой)
Тел - халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле нәмәне хазина тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш - ер байлығы. Ә тел - халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған. (Х. Назар)
Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ. (Мәҡәл)
Дәрес барышы:
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль - Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта "Иле юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ" тип әйтелә.
Бөгөнгө дәресебеҙҙе, уҡыусылар, туған телебеҙгә бағышлай
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>