быҙ.
Туған тел. . . Кеше тәү мәртәбә ошо телдә "әсәй", "атай" һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Әхләҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә беркетә.
"Халыҡтың теле - уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Тыуған илдең күге, һауаһы, уның баҫыуҙары һәм яландары, урмандары һәм тауҙары, йылғалары һәм күлдәре, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙары уның йырҙарында, моңло көйҙәрендә, сәсәндәр ижадында яңғырай.
Халыҡтың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы сағыла.
Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү! Бына ни өсөн туған телде өйрәнеү кешенең илһөйәр булып тәрбиәләүендә төп урында тора!" - тип әйткән рус яҙыусыһы К. Ушинский.
Хәҙерге башҡорт теле - һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.
Уҡыусыларға һүҙ бирелә.
М. Сәлимовтың Р. Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған "Ерем, илем, телем" йыры
Ерем, илем, телем
1. Башҡорт телендә һөйләшәм, 2. Туған телем, һин халҡымдың,
Башҡорт телендә. Былбыл тауышы.
Минең йәшәү тамырҙарым Быуаттарҙан быуаттарға
Башҡорт ерендә. Ҡанат ҡағышы.
3. Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
Туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ысынлап та, шағирҙар - улар ысын поэтик һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар.
Телдең халыҡ тарихы, уның мәҙәниәте, рухы һәм донъға ҡарашы, телдең халыҡты халыҡ итеүҙә, кешене шәхес итеп формалаштыр
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>