Иң матур тел-минең телем

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5

сығып, сит милләтле балалар үҫтерә. Шулай туған тел юҡҡа сыға. Туған телде - әсә телен оноторға ярамай. Донъяла һәр халыҡтың рухи хазинаһы,халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул - тел. Тел - халыҡтың иң изге бүләге,йәшәү,аралашыу рәүеше. Ата-бабаларыбыҙҙан үлемһеҙ бүләк,иң изге аманат булған үҙ туған телебеҙҙә халҡыбыҙҙың аҡылын һәм зирәклеген дә,күңел күркен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, тарихын һәм бөгөнгөһөн дә,бар ғәмәлен һәм уй-хыялдарын да күңел күҙе менән күрергә һәм тойорға мөмкин. Хәҙер телде яҡлау, һаҡлау тураһында закон да бар. Донъя халҡы өс мең телдә һөйләшә. Иң күбе урыҫ һәм инглиз телдәрендә. Шулар араһында башҡорт теле бик бәләкәй. Шуға күрә лә уны һаҡларға, яҡларға кәрәк.
-Дәресте үҙебеҙ белгән матур йыр менән тамамлайыҡ.
Эй, туған тел, эй, матур тел,
Ата-әсәмдең теле.
Донъяла күп нәмә белдем,
Һин туған тел арҡылы.
Тел ул барыһын һөйләп,көйләп тора,уны ҡолаҡ һалып тыңлай ғына бел.
Атай тигәндә лә һин кәрәк.
Әсәй тигәндә лә һин кәрәк.
Тыуған ерем, айым, ҡояшым
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк!






Страницы: <<  <  3 | 4 | 5
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: