Иң матур тел-минең телем

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4 | 5  >  >>

ыуҙа, уның белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында арҙаҡлы әҙиптәребеҙ М. Аҡмулла, М. Кәрим, З. Биишева, Б. Бикбай, Р. Ғарипов, Х. Ғиләжев, Р. Бикбаев һәм башҡа ҡәләм оҫталары илһамланып ижад иткәндәр.

1-се уҡыусы.

Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,

"Телһеҙ" башҡорт тип көлдөләр,

Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,

Йөрәгебеҙ булды яралы.

Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,

Ләкин ауыр яза татыныҡ.

Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,

Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.

2-се уҡыусы.
Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар

Даръяларҙан тәрән, киң ине.

Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,

Ирек таңы тыуыр бер, тинек.

Рус туғаным менән бергәләп

Азат иттек изге еремде

Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ

Минең туған башҡорт телемде. (Б. Бикбай)


3-сө уҡыусы.

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Минән ҡоштар көнләшә.

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Мин ҡояшҡа тиңләшәм.

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Бар булмышым нур ғына

Үҙ телемдә һөйләшәм,

Күңелкәйем йыр ғына. . . (Д. Талхина)


4-се уҡыусы.

"Әсәй!" тигәндә лә һин кәрәк,

"Атай!" тигәндә лә һин кәрәк.

Берҙән-берем, айым, ҡояшым,

Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.

Салауат та ғорур башҡортон

Туған теле менән данлаған.

Киң Уралын - данлы төйәген

Һаҡлар өсөн ерен данлаған.

5-се уҡыусы
Эй, туған тел, нәфис телем һин,

Наҙлы моңоң мине һуғарған.

Күңелдәрем һүнмәҫ - һүрелмәҫ

Әсә телкәйенән нур алған. (К. Кинйәбулатова)


Зарипова Сәриә башҡарыуында "Бөрйән ҡыҙы" бейеүе
Эй туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3 | 4 | 5  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: