Хаумы, хаумы, королтай

Страницы: 1 | 2  >  >>

Филиал-Башҡортостан Республикаһы Балтас районы муниципаль районы
Боғҙан ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы


Инша:
"Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар"









Яҙҙы: Шакирова Ирина,
9-сы класс уҡыусыһы
2015 йыл



Һаумы, Ҡоролтай! Һаумыһығыҙ Ҡоролтайҙа ҡатнашыусы делегаттар! Минең дә ҡоролтайға әйтер һүҙем бар. Әйе,үҙ һүҙем. Күңелемдә булғандарҙы аҡ ҡағыҙ битенә түкмәй-сәсмәй яҙа алһам ине. Мин Ирина исемле ҡыҙ булам. Балтас районының йәмле Боғҙан ауылында ата-әсәйемде шатландырып, беренсе бала булып, яҡты доньяға ауаҙ һалғанмын. Мин үҙемде бик бәхетле тип һанайым, сөнки ата-әсәйем,туғандарым,белем алырға мәктәбем,һөйләр өсөн телем бар. Мин арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан Балтас районында тыуыуым менән ғорурланам.
Кеше киләсәген белер өсөн үткәнен онотмаҫҡа тейеш. Беҙҙең быуын балалары бәхетле йәшәһен өсөн Салауаттар,Батыршалар күпме яуға күтәрелгән. Улар илен,ерен,телен һаҡлап ҡалыр өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен йәлләмәгән, ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Беҙ улар һаҡында оноторға тейеш тугелбеҙ. Районыбыҙҙа Салауат йыйындары үткәрелә, Батырша музейы бар. Районыбыҙҙың бөтә ауылдарында шәжәрә байрамдары үткәрелә. Ә беҙҙең ауыл "Өлгөлө Шәжәрә байрамы"үткәреүсе ауыл исемлегенә индерелде. Беҙ үҙебеҙҙең нәсел ағасын төҙөп,ете быуынды барланыҡ,ауыл тарихында йәшәүселәрҙең яҙмышын яҙҙыҡ.
Беҙ дәрестәрҙә башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәнәбеҙ, республикабыҙҙың, районыбыҙҙың күренекле кешеләре-языусылары , рәсамдар,артистар менән танышабыҙ, башҡорт яҙыусыларының тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәрен уҡып кинәнәбеҙ.
Районыбыҙҙа үткәрелгән бик күп һанлы конкурстарҙың еңеүселәре булыуыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурл

Страницы: 1 | 2  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: