Хаумы, хаумы, королтай

Страницы: <<  <  1 | 2

анабыҙ. "Урал Батыр"конкурсында-3-сө урын, "Һаумы, һаумы ,әкиәт"конкурсында 2-се, "Башҡортостан ынйылары" конкурсында 3-сө урын яуланыҡ. Районыбыҙҙа сығарылған "Танып тулҡындары" газетаһында яҙған мәкәләләребеҙ урын ала.
Мәғариф системаһында милли мәктәптәрҙе үҫтереү һәм туған телдәрҙе өйрәнеү төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законы нигеҙендә " Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау , өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса Дәүләт программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Районыбыҙ мәктәптәрендә туған тел булараҡ 4тел уҡытыла. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бөтә мәктәптәрҙә лә өйрәнелә. Ләкин эс бошорғос нимәләр ҙә юҡ түгел. Феҙераль Берҙәм Дәүләт стандарттары буйынса башҡорт теле бөтөнләй уҡытылмай. Ни өсөн был шулай икән? Бары тик дәрестәрҙә генә беҙ аҡтан ҡараны, яҡшынан яманды айырырға,тәбиғәтте яратырға, ата-әсәне хөрмәт итергә,телебеҙҙе һаҡларға,илебеҙҙе данларға өйрәнәбеҙ. Киләсәктә башҡорт теле дәрестәренә битараф булмаһаҡ ярар ине. Уны дәүләт теле булараҡ та,туған тел булараҡ та өйрәнеүҙе дауам итһәк ине.






Страницы: <<  <  1 | 2
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: