Эффективные методы оценивания знаний учащихся

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


Уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереүҙең эффектив алымдары

Рәсәй мәғарифын үҙгәртеп ҡороу һәм модернизациялау уҡытыусыларҙан уҡытыу процесын яңыртыу менән бергә уҡыусыларҙың белемен тикшереү методтарын һәм формаларын камиллаштырыуҙы талап итә.
Белем биреүҙең уңышлылығы баһалауҙы дөрөҫ үткәреүҙән тора. Баһа уҡытыусы һәм уҡыусы араһындағы кире бәйләнеш, ул белем алыуҙың эффектив, йә эффектив булмауын күрһәтә. Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың белемен баһалау системаһы тураһындағы бәхәстәр булып тора. Беренсе булып Ян Амос Коменский уҡытыусыларҙы балаларға баһа ҡуйыу хоҡуғы менән бик һаҡ булырға саҡырған. Заманса баһалауҙың ыңғай һәм кире яҡтарын Константин Дмитриевич Ушинский ҙа билдәләп сыҡҡан. Уҡыусыларҙың көн дә белемдәрен баһалау уларҙың аң кимәле үҫешенә ҡамасаулай, тип һығымта яһаған ул. Уҡытыусы бер дәрестә 3-4 кешенән һорап өлгөрә, ә башҡалар был ваҡытта тик ултыра, энергияһын ситкә ебәрә. Бындай дәрестә уҡыусы әүҙемлек, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтә алмай. Уҡытыусыға яуап биргәндә, бөтә уҡыусыларҙың мәшғүллеге лә күҙ уңынан ысҡынырға тейеш түгел. Педагогия фәндәре кандидаты Миндибай Бәхтиәр улы Юлмөхәмәтов, филология фәндәре докторы Әбүталипова Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы, билдәле ғалим -методист, фән кандидаты Булат Хәләф улы Юнысбаев шулай уҡ үҙҙәренең ғилми хеҙмәттәрендә мәктәптә уҡыусыларға баһа ҡуйыу системаһын өйрәнгәндәр.
Әлбиттә, һәр уҡытыусының үҙенең баһалау системаһы бар һәм ул уҡыусының дәрестәге эшен ғәҙел баһалауға йүнәлтелә, шуға күрә баһалау системаһының эффектив алымдары һәр дәрестә әүҙем ҡулланылырға тейеш.
Шулай итеп, ғилми күҙлектән ҡарағанда,уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү маҡсаты:
Уҡытыусы өсөн:
белем алыусы төркөмдөң йәки һәр уҡыусының материалды үҙләштереү кимәлен, һөҙөмтәһен тикшереү;
үҙенең эш һөҙөмтәһен тикшере

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: