Боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5 | 6  >  >>

/>
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының килгәнен тәүҙә ишетәһең, шунан күрәһең, тиҙәр. . . Кейем-һалымды, баш кейемдəрен йыш ҡына мəрйен, ҡортбаш, мəрүəт,сəйлəн, көмөш көмбəҙҙəр һəм көмөш тəңкəлəр менəн биҙəгəндəр. Селтəр-һаҡалдар, иңһəлектəр, хəситəлəр, муйынсалар, сəс сулпылары -- ысын-ысындан сəнғəт əҫəрҙəре.
Ҡашмау
Башҡорт ҡатындары бик борондан кейгән милли баш кейеме ул. Көмөш тәңкәләр, ҡыҙыл ғәрәбә мәрйәндәр, көмөш сулпылар ҡуйылған боронғо ҡашмауҙы һандыҡтарҙа һаҡланған. Гәрәбә, мәрйен, тәңкә,ынйы менән биҙәп эшләнә. Ҡортбашы ла тегеп ҡуялар. Күҙ теймәҫкә, тиҙәр. Борон ҡортбашы,ҡусҡар биҙәген һалып биҙәгәндәр, ҡабырсаҡтан ҡырҡып тәңкә эшләнгән, көмбәҙҙе лә шунан яһағандар. Ҡашмауҙың арҡа буйлап билгә саҡлы төшөпторған өлөшө "олон" тип атала. Уны ҡайһы берәүҙәр "ҡойроҡ", тигән була. Ҡашмау олоно "тояҡ" менән ослана. Нимәнән эшләнеүенә ҡарап, "тояҡ"- тың да төрҙәре бар - сәсәкле тояҡ, сәйләнле (мәрйенле) тояҡ, тәңкәле тояҡ, суҡлы тояҡ. . .
Кейәүҙә булған ҡатындар ҡашмау кейгәндәр, ә ҡыҙҙар таҡыя. Йәш ҡыҙҙар йәй көндәре яланбаш йөрөгәндәр, ә олораҡ ҡыҙҙар, ҡатындар ситса яулыҡ ябынғандар.

Һаҡал
Муйынды, күкрәкте, эсте ҡаплап торған кейемде һаҡал, яға йәки селтәр тиҙәр. Уның төрҙәре бик күп. Шау тәңкәнән торғаны, мәрйендән генә эшләнгәне, көмөш тәңкә менән мәрйен ҡоролғаны бар. Һәр башҡорт ырыуҙарының үҙ тамғаһы булған кеүек үҙ еләне һәм һаҡал, селтәре бар. Һаҡалды баштан уҡ теүәл эшләр кәрәк. Оҫта һәр бер тәңкәне һәр мәрйәм бөртөгөн тигеҙ ҡуйырға тейеш. Һаҡалдар бер тәртиптә эшләнә - бер- береһенән ҡайһы бер тәңкәләре менән айырыла. Көмөш тәңкә һәм мәрйәндәр баҫып эшләнгән затлы биҙәүес төрлө ырыуҙарҙа төрлөсә атала. Һаҡал, яға, селтәр, муйса, иҙеү, түшелдерелек һәм башҡалар

Рус яҙыусыларының башҡ

Страницы: <<  <  2 | 3 | 4 | 5 | 6  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: