Боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5 | 6  >  >>

орт кейеме хаҡында фекерҙәре
Күренекле яҙыусы Лев Николаевич Толстой "Башҡорт ҡыҙҙары оҙон күлдәк кейә. Күлдәктәре асыҡ төҫтәге ситса туҡыманан тегелә лә икенсе төҫлө туҡыманан ҡатмар һалына. Иҙеү өҫтөнә алмиҙеү тағалар. Алмиҙеү һәр төрлө аҡсаларҙан тишеп эшләнгән тәңкәләр менән тулы. "
Михаил Авдеевтың "Тауҙар "тигән әҫәрендә былай тип яҙылған: "Тәңкәләр таҡҡан толомдарына ҡарағанда Иҙекәй кейәүҙә булырға тейеш. Ул башҡорт ҡатындары кейә торған иң ябай кейемдә ине. Оҙон күлдәк, аҡ ҡушъяулыҡ. Ике ҡарағусҡыл толомо күкрәгенә төшөп тора ине. Китерҙән алда миңә өс ҡыҙҙы күрергә тура килде. Улар өсөһө лә байрамса бик матур итеп кейенгәйне. Ебәк елән,ебәк еп менән нағышлап,алтын еп менән биҙәкләп,тәңкәләр тағылған яға,баштарында - суҡлы ҡалпаҡ,береһенең ҡалпағы өҫтөнән бәрхәт ябылғайны. Һәр әҙәпле башҡорт ҡыҙының төп биҙәнеү әйбере- толомдарына тағылған һәм түш яғаһына тегелгән тәңкәләре. Башҡорт ҡыҙҙары ни тиклем генә ярлы булмаһын ,барыбер бер нисә тәңкәһе була уның. Атлаған саҡта тәңкәләре сыңлап-сыңлап китә. "
III. Йомғаҡлау
Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт матур булырға тейеш булған. Шуның өсөн байрам кейемдәре генә түгел,ә көндәлек кейемдәре лә шундай матур булған.
Һәр ваҡыт,һәр заманға ҡарап кеше матурлыҡҡа ынтыла. Үҙенә йорт һалһынмы,уны матур итеп эшләргә,төҙөргә тырыша. (эстән дә,тыштан да). Кейем уйлаһа,ул уны уңайлы ғына булһын тимәгән,ә матур,зауыҡлы булыуын теләгән. Күп йылдар үткән һайын кейемдәр ҙә үҙгәрә. Быға аптырарлыҡ түгел,сөнки заман менән йәшәү торошо үҙгәрә һәм кешелектең матурлыҡҡа ла ҡарата фекере,тойғоһо үҙгәрә.
-Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара. Башҡортостан үҙ аллы булыуын,халыҡтарҙың бәхетле,ирекле,бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ,көсөбөҙ менән генә тәьмин итә алабыҙ. Рухыбыҙ,телебеҙ һәм милл

Страницы: <<  <  3 | 4 | 5 | 6  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: