гелгән урында магазин туҡымаһынан киң генә әүеркә һалынған. Ҡатын-ҡыҙ күлдәге тотош (итәк осона тар йәки киң ҡатмар ҡуйып) йәки өҙөк билле итеп беселгән (итәге бил йәки янбаш тапҡырында ҡушылған), ултырма яғалы булған. Төймәләр йә алдан, йә арттан, йә яурынға ҡуйылған. .
Камзулдарға килгәндә еңдең осо биҙәлгән. Башҡорт күлдәгендә бигерәк тә уның өҫкө өлөшөнә иғтибар биргәндәр. Ошо маҡсатта түш уйымы тәүҙә сигелгән түшелдерек менән ҡапланған. Күлдәк эсенән күкрәккә туҡыма түшелдерек бәйләгәндәр. Иҙеүен, еңен, итәк остарын сигеү һәм төрлө төҫтәге таҫмалар менән биҙәгәндәр.
Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән.
Кейем тегеү һәм кейем биҙәү - оло сәнғәт. Ә башҡорттар борон-борондан кейенә белгән. Башҡорт кейеменең үҙенсәлектәре лә бар. Беренсенән, башҡорттар кейем тегеү өсөн нәмәне үҙе аҫраған һәм эшкәрткән малдан, үҫемлектән генә алған. Икенсенән, ҡатын-ҡыҙҙары һәм бала-сағаһы бик матур кейенгән. Кейем тегеү өсөн кейеҙ, күн, тире, киндер һәм кесерткән эшкәртелеп әҙерләнгән ептәр файҙаланылған.
Һәр бер кейемдең үҙ атамаһы бар. Бер нисәүһе менән таныштырып китәм.
КАМЗУЛ - билләп, эсләп тегелгән еңһеҙ ҡыҫҡа кейем. Ҡыҙҙар камзулы - өҙөлөп торған билле, асыҡ иҙеүле, бер генә төймәле, уҡа-тәңкә ҡырпыулы камзул.
Елән- йоҡа һәм ҡалын да булған. Ике ҡатлап тегелгән. Күлдәк өҫтөнән кейгәндәр.
ТАҪМАЛЫ КҮЛДӘК - йоҡа тауарҙан махсус өлгө менән тегелгән, итәгенә таҫмалар баҫылған бер ҡаттан торған өҫ кейеме.
БАЛА ИТӘКЛЕ КҮЛДӘК - ҡатмарлы күлдәк, бер нисә ҡатмар һалына. .
АЛМИҘЕҮ - тәңкәле, мәрйенле бәләкәй генә яға, күлдәк иҙеүен ҡаплап һалына.
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>