рен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтереү кәрәк. Кейем шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле,шуның өсөн дә тәрбиәүи яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә.
Эҙләнеү эшенең методтары: оҫталыҡ дәрестәрен алыу; интернет селтәренән кәрәкле информация йыйыу; әҙәби әҫәрҙәр өйрәнеү.
Эҙләнеү предметы: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме менән танышыу
Эҙләнеү эштәренең сығанаҡтары:тикшереү эшен башҡарыу өсөн башҡорт теленең һүҙлектәре, энциклопедиялар,интернет селтәре,"Тормош һабаҡтары" дәреслектәре
II. Төп өлөш
. Башҡорт милли кейеме -- башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем -- халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы -- тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме элек-электән үҙенең матур, зауыҡлы тегелеше, төҫтәрҙең сағыулығы, байлығы менән айырылып тора.
БАШҠОРТ КЕЙЕМЕ, өҫ, баш һәм аяҡ кейеменән, ш. уҡ традицион биҙәүестәрҙән торған. Көндәлек, байрам һәм йола кейеме булған. Кейем тегеү өсөн туҡымалар , буҫтау , кейеҙ , иләнгән йәнлек тиреләре , иләнгән еп , ситтән килтерелгән ебәк һәм кизе-мамыҡ туҡымалар (бәрхәт, барса, ситса һ. б. ) ҡулланылған. Уны биҙәкләү өсөн аппликация, сигеү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең башҡа төрҙәрен файҙаланғандар.
Ҡатын-ҡыҙ күлдәктәрен бер нисә төргә бүлеп була. Уның иң боронғолары, башлыса өйҙә, ҡул көсө менән һуғылған, киңлеге 30 см-ҙан ҙурыраҡ булған туҡымаларҙан тегелгән. Күлдәктең итәге менән өҫкө өлөшө тоташтырып те
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>