Боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кейеме
Йөкмәткеһе:
I. Инеш.
II. Төп өлөш
1. Башҡорт кейеменең үҙенсәлеге
2. Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме
3. Рус яҙыусыларының башҡорт кейеме хаҡында фекерҙәр
III. Йомғаҡлау
IV. Ҡулланылған әҙәбиәт
I. Инеш өлөш.
Милли кейем -- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Башҡорттарҙың кейемгә талапсан, ыҫпайлыҡҡа битараф булмағанлығы тураһында һүҙ алып бармаҫтан әүәл, халыҡтың оҙайлы тарихын, үткәнен, көнкүрешен, һәнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтереү кәрәк. Кейем шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле. Башҡорт милли кейеме -- башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем -- халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы -- тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Бөгөнгө көндә был тема бик актуаль. Башҡорт халҡы элек-электән үҙенең оҫталары менән дан тотҡан. Милли кейемдәр башҡорт халыҡ ижадының ҡомартҡыһы булып тора. Милли кейем -- милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.
Эҙләнеү эшенең маҡсаты: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме һәм биҙәнеү әйберҙәре менән танышыу; милли кейемде бер ни тиклем күҙ алдына баҫтырыу; халыҡ кейемдәренә ҡарата башҡаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы: халыҡтың оҙайлы тари хын, үткәнен, көнкүрешен, һәнә
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>