өрлө уйындар уйнап, йырлап- бейеп күңел асҡандар, ял иткәндәр. Шулай уҡ бер- береһенә төрлө таҡмаҡтар әйкәндәр. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, һеҙ ҙә хәҙер ошо йоланың бер өлөшөн күрһәтеп ҡарағыҙ әле. (сәхнәләштереү)
4. Һеҙ өйрәнгән ҡайһы әҫәрҙә ниндәй йолалар тураһында һөйләнелә?
Яуаптар:
Ф. Иҫәнғолов "Хәмит күпере" хикәйәһе. (6 класс)
Аталары үлер алдынан, улдарына васыят әйтә, әйберҙәр бүлеп бирә. (6 класс)
:: М. Кәрим "Үлмәҫбай"поэмаһы. Туй йолаһы (7 класс)
:: "Таштуғай" легендаһы. Балдаҡ бирешеү йолаһы (7 класс)
5. Бирелгән һүҙҙәрҙән йолаларҙы аңлатҡан һөйләмдәр төҙөргә.
:: тейеш, бәләкәй,ата-әсәһен, иң, көтөргә, улы (Иң бәләкәй улы ата-әсәһен көтөргә тейеш).
:: көнө, бөтә, башланған, йома, эш (Бөтә эш йома көнө башлана).
IV. Йомғаҡлау.
Жюри уйынға йомғаҡ яһай, иң күп тәңкә йыйған еңеүселәрҙе билдәләй.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙҙең дәрес буйынса һорауҙарығыҙ булһа, мин яуап бирермен. Әгәр ҙә һорауҙар булмаһа, дәресте йомғаҡлайбыҙ.
:: Йолалар - ул милләтең рухи байлығы, сәнғәте һәм мәҙәниәте.
:: Йолалар - тормош йәме.
:: Йолалар - тәрбиә, әҙәплек сығанағы.
Улар кешеләрҙә ғорурлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо, мөхәббәт, әҙәплелек, татыулыҡ тәрбиәләй. Дәрт өҫтәй. Әгәр кем үҙ милләттең йолаларын белергә, һаҡларға, уларға тоғро булырға теләй, йолаларҙы белергә тейеш.
Страницы: << < 1 | 2 | 3