Йолалар тураһында

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>





Йолалар тураһында






Маҡсат:
1. Уҡыусыларға халҡыбыҙ йолаларының тәрбиә сығанағы булыуын еткереү, йолалар тураһында мәғлүмәт биреү;
2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
3. Башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
:: Башҡорт милли кейемдәре;
:: Йолалар тураһында китаптар;
:: "Йолалар - тәрбиә, әҙәплек сығанағы",- тип яҙылған плакат.

Дәрес планы.
:: Ойоштороу (1 - 2 минут);
:: Инеш һүҙ (4 - 5 минут);
:: Класты командаға бүлеп уйнатыу (20 - 25 минут);
:: Йомғаҡлау (5 - 7 минут).
Дәрес барышы
I. Ойоштороу
Уҡытыусы: - Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Тынысланығыҙ.
Яңы дәрескә әҙерләнәбеҙ. Дәресте башлар алдынан таҡталағы һүҙҙәрҙе күмәкләшеп уҡып алайыҡ . (уҡытыусы дәрес алдынан таҡтаға яҙып әҙерләй)
Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән.
Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән.



II. Инеш һүҙ
Йола - халыҡ ижадының бик боронғо һәм ғәжәп үҙенсәлекле төрҙәренең береһе булып тора. Башҡорт йолалары ырыу ҡоролошонда уҡ барлыҡҡа килә башлаған. Улар был осорҙағы тормош һәм хеҙмәт шарттары, боронғо кешенең донъяға ҡарашы менән билдәләнә. Йолалар кешелектең тәбиғәт менән мөнәсәбәткә инергә тырышыу кәрәклегенән килеп тыуған һәм тәбиғәт көстәренә тәьҫир итеп, уларҙы бойһондороу, тыңлатыу, хеҙмәт иттереү вазифаһын башҡарып килә. Башҡорт йолалары Совет власы осоронда тыйыла һәм күптәре йәшәүҙән туҡтай. Тик бынан бер нисә йыл элек кенә йолалар ҡабаттан тергеҙелә башланы. Республикабыҙҙың күп төбәктәрендә йолалар даими үткәрелә. Был бик ҡыуаныслы. Сөнки ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге йолаларыбыҙ тергеҙелә, йәш быуынға етке

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: