Йолалар тураһында

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>

релә.
Ә хәҙер, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән халҡыбыҙҙың ниндәй йолалары бар икәнлеген, һеҙ уларҙы беләһегеҙме -юҡмы икәнен ҡарап үтәйек. Бының өсөн һеҙ хәҙер ике командаға бүленегеҙ. Бөгөнгө дәресте ярыш формаһында үткәрәсәкбеҙ.
III. Төп өлөш
Класс ике командаға бүленә, командаларға исем ҡушыла. Уҡыусылар араһында жюри һайлана.
Уҡытыусы бер йола тураһында һөйләм, йә ул йоланың билдәләмәһен әйтә. Һәр дөрөҫ яуап өсөн уҡыусыларға тәңкәләр бирелә.
1 команда
:: Яңы өй һалып сыҡтыҡ. (өй туйлау)
:: Бәпес тыуҙы. (бәпес туйы)
:: Июнь айында бөтә ауыл халҡы милли кейемдә урманға байрамға сыға. (ҡарға бутҡаһы)




:: Был байрамға бер нәҫел, ырыу кешеләре йыйыла. (шәжәрә байрамы)
:: Йыл ҡоро килгәндә бөтә ауыл халҡы ҡырға сығып һыу һибешә. (ямғыр теләү)
2 команда
:: Өй күтәрәләр. (өмә)
:: Һуғым һуялар. (һуғым ашы)
:: Был байрамға ошо ауылдан сыҡҡан һәм ситтә йәшәгән бөтә кеше саҡырыла. (Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!)
:: Яҙғыһын баҫыуҙа сәсеү эштәре тамамлағас үткәрелә. (һабантуй)
:: Рамаҙан айында башҡарылған йола. (Ураҙа байрам)

1. Туй йолаһына ингән йолаларҙы һанап, исемлек төҙөргә. Ҡайһы команда нисә йола яҙа, шунса тәңкә бирелә. Исемлек түбәндәгесә булырға мөмкин:
яусы ебәреү, ҡоҙалашыу, бата, ҡыҙ йәшереү, туй асыу, ҡыҙ оҙатыу, еңгә күреү, һыу башлау, һыу һатыу, килен һөйөү һәм башҡалар.
2. Аулаҡ өй йолаһын күрһәтеү. (сәхнәләштереү)
3. Уҡытыусы:
- Уҡыусылар, беҙҙең халҡыбыҙҙа борон-борондан килгән аулаҡ өй тигән бик матур йола бар. Ул йоланы олатай-оләсәйҙәрегеҙҙән барығыҙ ҙа ишетеп беләлер, моғайын. Ауылда кисен ҡыҙҙар бер аулаҡ өйгә йыйылып, төрлө йырҙар, таҡмаҡтар йырлап, ҡул эштәре менән булышҡандар. Эштәрен тамамлағас, уларға егеттәр ҙә килгән. Улар т

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: