З. Биишеваның тыуған яҡтарындағы тауҙар, урмандар, йылғалар, ауыл һәм ҡалаларҙы, тыуған яҡ киңлектәрен күҙ алдына килтерҙек.
Алып барыусы: Һеҙ ниндәй хистәр кисерәһегеҙ?
Уҡыусы: Тыуған яҡ, ил менән ғорурланыу. Кешенең тамырҙары тыуған илендә.
Уҡыусы: Емеш, йөрәгегеҙҙең иң түрендә һаҡланып, ғүмер юлына алып сығыр кешеләрегеҙ кемдәр улар?
Емеш: Иң яҡын туғандарым- Бибеш апайым,Тайбә ҡоҙағыйым, Иштуған ағайым, Байрас.
Уҡыусы : Ә һеҙ, Бибеш, Емеш һеңлегеҙ тураһында ни әйтерһегеҙ?
Бибеш: Һеңлем көслө характерлы, сыҙамлы, уҫаллығы ла бар. Ул тормошта юғалып ҡалмаҫ.
Алып барыусы: Йәштәр ниндәй яҡты хыялдар менән йәшәй?
Уҡыусы: Белем алыу, үҙ- үҙеңә хыянат итмәү, йәшәү маҡсатын билдәләй белеү.
Емеш: Ә беҙҙең арала һеҙгә кемдәр оҡшай?
Уҡыусы: Көслө характерлы, үҙ яҙмышына хужа булған- Хаммат,Таибә инәй, Емеш, Айһылыу, Иштуған һәм башҡалар.
Уҡыусы: Емеш З. Биишеваның үҙе түгелме икән?
Ғалим:" Ата - әсәһенән иртә етем ҡалып,
Тишек итек, йыртыҡ күлдәк,
Ҡалын сәс үтә,
Көҙгө елдәр йәш йөрәкте
Тетә лә тетә. . . ," - тип яҙған Зәйнәб Биишеваның ҡоштар осоп етмәҫ бейеклектәргә күтәрелеүендә Емештең сәмлелеге, ныҡышмалылығы, батырлығы, үҙ һүҙлелеге ята. Эйе, мин дә ата - әсәһенән иртә етем ҡалған Емеш образында З. Биишеваны күрәм.
Алып барыусы: Уҡыусылар, яҙыусы әҫәрҙән өҙөктә ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланған? Миҫалдар килтерегеҙ, дәфтәрҙәрегеҙгә яҙығыҙ.
Миҫал өсөн: күпте күргән бормалы юл, ҡылған баҫҡан ҡарт дала, ҡөҙрәтле ҡояш.
Нығытыу
- Уҡыусылар,әгәр рәссам булһағыҙ, һеҙ ниндәй төҫтәр ҡулланыр инегеҙ?
- Сағыу төҫтәр.
-Сағыу төҫтәр бәхетле, матур тормошто сағылдыра. Был тормошта тик мөхәббәт, яҡшылыҡ, муллыҡ, яҡтылыҡ ҡына урын алған.
- Эйе, уҡыусылар "Ол
Страницы: << < 2 | 3 | 4 | 5 > >>