V. Тема өҫтөндә эш
- Дәресебеҙ "Телевизион күпер"формаһында үтә. Һеҙ бөгөн З. Биишева романының геройҙары менән бәйләнешкә инәсәкһегеҙ. Ике төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ.
Уң яҡта З. Биишева әҫәрҙәренең геройҙары - Байрас, Емеш, Бибеш, Иштуған һәм телсе, әҙәиәтсе ғалим-эксперт урын ала. Рәхим итегеҙ!
(уҡыусылар үҙ теләктәре буйынса әҫәр геройҙары һәм ғалим - эксперттарҙың ролен ала).
Һул яҡта уҡыусылар- тамашасылар ултыра.
-Уҡыусылар, һеҙ әҫәр геройҙарына, ғалимдарға һорауҙар әҙерләгеҙ, үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
"Оло Эйек буйында"әҫәре тураһында һөйләшеүҙе башлайыҡ.
Мин үҙем алып барыусы булырмын.
:: Уртала уҡытыусы ( алып барыусы), һул яҡта - уҡыусылар, уң яҡта- әҫәр геройҙары һәм ғалим-эксперт ролдәрендә лә уҡыусылар.
Уҡытыусы:
-Уҡыусылар,һеҙ әҫәрҙәр буйынса геройҙарға һорауҙар бирегеҙ. Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ, яҙып та ултырығыҙ. "Оло Эйек буйында" әҫәре тураһында һөйләшеүҙе башлайбыҙ.
Алып барыусы:Минең тәүге һорауым ғалимға булыр, ни өсөн автор романды "Оло Эйек буйында" тип атаған?
Ғалим: Бөтә ваҡиғалар ҙа ошо йылға ярҙарында бара. Оло Эйек буйҙары башҡорт халҡының ирек өсөн көрәшен күҙәтеүсе шаһит булып тора.
Алып барыусы: Был әҫәр нимә тураһында?
Ғалим: Был роман "Кәмһетелгәндәр"романының дауамы булып тора. Икеһендә лә граждандар һуғышы ваҡытындағы ваҡиғалар тасуирлана. Тарихи- революцион төҫ алып киткән урындары ла бар. Башҡорт, рус халҡының дуҫлығы күрһәтелә. Әҫәр үҙәгендә башҡорт халҡының ирек өсөн көрәше, ваҡиғалар Иҫәнбәт, Илсеғол ауылдары, граждандар һуғышы менән бәйләнгән.
Уҡыусы: Байгилде ағай ғаиләһенең яҙмышы аша автор нимәне күрһәтергә теләй?
Ғалим: Ул илебеҙ тарихының бер өлөшө. Ә тарих - ул үҙе ҡан-йәш м
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 > >>