енән яҙылған ысын роман, быуаттар хәҡиҡәте,- тип яҙҙы Ғайса Хөсәйенов.
Алып барыусы: Был һорауым тамашасыларға булыр. Алға ҡуйған маҡсатҡа ынтылыш, шәхестең формалашыуы темаһы әҫәрҙә нисек асыла?
Уҡыусы: Яҙыусы үҙенең геройҙарын көрәш, батырлыҡ мәктәптәрен үтергә өйрәтә. Геройҙарының яҙмыштары ил яҙмышынан айырылғыһыҙ. Хаммат, Закир, Хисбулла яҙмыштары өлгөһөндә асыла. Хаммат -батыр, көслө, Закир- ҡырҙа йөрөүсе "зимагор". Революциянан һуң тыныс йәшәргә уйлап, ауылға ҡайта, тик буталыштар араһында бөтөнләй юғалып ҡала. Ә ауылда әсәһе менән йәшәүсе Хисбулла тыныс, йыуаш.
Алып барыусы: Байрас менән Емештең үҙ- ара мөнәсәбәте хаҡында ни әйтерһегеҙ?
Уҡыусы: Дуҫлыҡтың мөхәббәткә әйләнеүе асыҡ күренә. Ә һеҙ
мөхәббәткә ышанаһығыҙмы?
Ғалим: Ышанабыҙ, әлбиттә. Мөхәббәт- ул йәшәү мәғәнәһе.
Уҡыусы: Мөхәббәт хаҡында нимә әйтерhегеҙ?
Йәшәү
мәғәнәһе
Ғалим: Мөхәббәт бар! Ул - донъя тотҡаhы, тормош мәғәнәhе. Мөхәббәт булмаhа, бер нәмә лә булмаҫ ине.
Экранда сыға:
Донья
тотҡаһы
Ғаилә,
бала бәхете
МӨХӘББӘТ
Ике йөрәктең бергә һулышы ул
Иң көслө тойғо
Емеш: Уҡыусылар , ә һеҙҙең хыялдарығыҙ маҡсаттарығыҙға тура киләме?
Уҡыусы: Тура киләлер, тип уйлайым, беҙҙең дә маҡсаттарыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәй, хыялдарыбыҙҙы ысын итеү.
Байрас: Мин йәштәр менән киске уйынға сығып, Оло Эйек буйын яңғыратып гармунда уйнай торғайным. Кемдәр данлай икән хәҙер Оло Эйекте?
Уҡыусы: Һәүәҫкәр композитор Дамир Әҙелбаевтың "Оло Эйек буйында" йыры бар.
Аудиояҙмала "Оло Эйек буйында" йырын тыңлау.
Алып барыусы: "Оло Эйек буйында" йырын тыңлағанда һеҙ күҙ алдына нимәләрҙе килтерҙегеҙ?
Уҡыусы:
Страницы: << < 1 | 2 | 3 | 4 | 5 > >>