СИБАЙ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ
1-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ
Яҡты хыялдар артынан
(З. Биишеваның "Оло Эйек буйында"романынан өҙөк буйынса)
Дәрес - телекүпер
НАСЫРОВА ИЛҮЗӘ БАЯЗИТ ҠЫҘЫ
СИБАЙ ҠАЛАҺЫНЫҢ
1-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕНЕҢ
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ
СИБАЙ-2013
Дәрес - телевизион күпер
Маҡсат:
1) Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, яҙыусының тел байлығы аша художестволы оҫталығын асыу;
2) Телмәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
3) З. Биишева әҫәрҙәренең геройҙары өлгөһөндә шәхес тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
:: З. Биишеваның " Оло Эйек буйында "романы;
:: Дәреслек, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 10 класс";
:: Компьютер, проектор, экран;
:: Китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу
II. Инеш әңгәмә.
-Һаумыһығыҙ! Һәр иртәбеҙ, һәр көнөбөҙ бер - беребеҙҙе, күрше - күләндәребеҙҙе ошо яғымлы һүҙҙәр менән ихлас сәләмләүҙән башлана. Дәресте лә ошо һүҙ менән башлайыҡ, уҡыусылар! Бөгөнгө дәрестә һеҙгә ҡыйыулыҡ, тапҡырлыҡ юлдаш булһын!
Өйгә эште тикшереү
- Һеҙ өйҙә З. Биишеваның " Оло Эйек буйында "романынан өҙөктө уҡып килдегеҙ.
III. Теманы һәм маҡсатты билдәләтеү.
-Эйе, уҡыусылар,бөгөнгө дәресебеҙҙең маҡсаты- дәреслектә бирелгән
" Оло Эйек буйында "романынан өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү.
Хәҙер дәреслектән 308-се битте асығыҙ, бирелгән өҙөктө бер тапҡыр уҡып сығайыҡ.
Һүҙлек эше
:: Ширҡәт- товарищество, сообщество, компания
:: Ығышыу- медлить, долго возиться
:: Күҙе шәмәрә - слезиться
I
Страницы: 1 | 2 | 3 > >>