п бирмәйем, тигәйне. Ә әсәйем уны яңы телефон алып бирергә күндерҙе.
Азат күршем, 15 йәш. - Әсәйем - кәңәшсем, иң яҡын дуҫым. Ниндәй генә бәләгә тарыһам да, ниндәй генә һорауым булһа ла әсәйемә мөрәжәғәт итәм. Ул һәр ваҡыт мине тыныс ҡына тыңлай һәм кәңәштәрен бирә. Әсәйем- өйөбөҙ йөме.
Әлфиә апай, 24 йәш. - Ҡайһы саҡ фәрештәләр күктән ергә төшә, тиҙәр. Әсәләр - нәҡ шул фәрештәләр, минеңсә.
Наза еңгәйем, 30 йәш. - Бәләкәй саҡта клубҡа сығам тиһәм, әсәйем - сығармай: " Үҙең әсәй булһаң - аңларһың" , - тип әйтә ине. Ул саҡта мин бик ныҡ уға үпкәләй торғайным. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн мин тик өс йыл элек, ҡыҙым тыуғас, аңланым.
Гөлфиә инәйем, 52 йәш. - Тыуҙырған ғына түгел, үҫтергән, тәрбиә биргән - әсә. Төнөн йоҡламай, бишек тирбәткән - әсә. Бер нимә менән дә иҫәпләшмәй, баҡҡан - әсә. Һәр теләгеңде үтәргә тырышҡан - әсә. Изге йән - әсә.
Бына бөгөндә Никах Һарайы алдындағы һәйкәл янында яңы ғына ғаилә ҡорған йәш парҙар иҫтәлеккә фотоға төшәләр, сәскәләр һалалар. Был яңы тоҡанған ғаилә усаҡтарында ла "Әсәй,әсәкәйем,"- тигән изге һүҙ яңғырар,өй йәмгә тулыр, донъялар яҡтырып китер. Был яҡтылыҡтың нурҙары мәңгелеккә барып тоташыр.
Страницы: << < 1 | 2 | 3