Все о маме

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>

ә тиклем әсәләргә ихтирам кәмемәй. Киләсәктә лә шулай булһын.
Сибай ерендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында әлегә президент үҫтергәндәре юҡ. Ә һәйкәл бар. Тимәк, был ерҙә лә һәйкәл ҡуйырлыҡ әсәләр етерлек. Минең уйымса, һәр бер өйҙә үҙ өйөнөң йәме, биҙәге ,тотҡаһы булған изге йәндәр бар. Һәр әсә балаларын ҡурсалап,һаҡлап ғүмер буйы оҙата баралар кеүек. Ошо ерҙән көн дә үтеп йөрөүсе йәше лә, ҡарты ла был һында үҙ әсәһен күрәлер, әсәһенә генә хас сифаттарҙы, оҡшашлыҡтарҙы табырға тырышалыр?! Эйе, яныңда әсәйең, оләсәйең булыуы ниндәй ҙур бәхет!
Мин дә был Сибайҙағы Әсә һынында үҙемдең һөйөклө әсәйемде күрәм төҫлө, сөнки ул да беҙҙең яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, ике апайым һәм мин. Әсәйебеҙ балалар баҡсаһында эшләй. Исеме лә матур - Айгөл. Беҙ уның бер ваҡытта ла буш торғанын күргәнебеҙ юҡ. Әсәйемдең яратҡан шөғөлдәре бик күп. Беҙгә лә был тормошта тырыш, эшһөйәр булыу кәрәк тип өйрәтә. Өйҙә бөтә эштәрҙе лә бергәләп башҡарырға тырышабыҙ. Беҙҙең өйгә ҡайтыуыбыҙҙы әсәйем түҙемһеҙләнеп көтөп ала, беҙҙең уңыштарыбыҙға һөйөнә.
Ә кем һуң ул әсә? Минең өсөн доньялағы иң татлы, иң матур, иң ҡәҙерле һүҙ! "Әсәй" тигәндә донъялар яҡтырып, йылынып китә, күңелдәр нескәрә, күҙгә йәштәр килә. Мин дә иң ауыр саҡтарымда әсәйемә һыйынам, уның һүҙҙәрен иҫкә төшөрәм. Сөнки ерҙәге иң бөйөк кеше - Әсә! Юҡҡа ғына ер-әсә, туған телем - әсә теле тип әйтмәйбеҙ.
Ә башҡа кешеләр өсөн кем икән һуң әсәй? Әйҙәгеҙ, төрлө йәштәге беҙҙең ҡала кешеләрен тыңлап ҡарайыҡ.
Риф ҡустым, 12 йәш. - Әсәйем минең эшләмәй, ағайым менән мине ҡарай. Ул бик түҙемле. Мәҫәлән, ағайым менән бәхәсләшеп китһәк, ул тауыш күтәрмәй генә, бик тиҙ был хәлгә нөктә ҡуя. Шулай уҡ ул өләсәйем һымаҡ йыуаш. Бер ваҡыт телефонымды юғалтҡас, атайым бик ныҡ әрләгәйне һәм телефон алы

Страницы: <<  <  1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: