Все о маме

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


Әсәйҙәр донъя йәме
(мәҡәлә)

Кем ҡулдары өйҙө,ерҙе йәмләй,
Изгелеге - үлсәү тапҡыһыҙ?
Ул- әлбиттә, йәшәү сығанағы,
Тормош ҡото, әсә, ҡатын-ҡыҙ!
(Гөлфиә Юнысова)
Беҙҙең Сибай ҡалаһында Никах һарайы алдында бер һәйкәл бар. Һәйкәлдең авторҙары - Мәскәү скульпторҙары Вадим һәм Станислав Кирилловтар бронзанан ҡойолған әсә һәм етәкләшкән ике бала һыны аша Ер йөҙөндә әсәлектең бөйөк булыуын сағылдыра, ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығын, түҙемлеген, гүзәллеген күрә, аңлай белергә өйрәтә кеүек. Миңә ҡалһа, Сибайҙан башҡа бер ҡайҙа ла бындай һәйкәлдәр юҡ төҫлө. Һәйкәлдәр әлбиттә бар. Мәҫәлән, Американың Бостон ҡалаһында йәшәүселәр үҙҙәренә килгән ҡунаҡтарҙы ике ҡулына ике бала етәкләгән әсә һыны янына алып бармайынса ҡуймайҙар икән. Донъяға ике президент тыуҙырған Кеннедиларҙың әсәләренә һәйкәл ҡуйғандар улар. Ниндәй генә илдең әсәһе булмаһын, һәр кемгә әсәһе үҙенсә матур, яҡын һәм ҡәҙерле.
Эйе, бала өсөн, ғаилә өсөн түккән көсөн, хеҙмәтен баһалап, бөтәбеҙ ҙә әсәйҙәргә оло хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Хөкүмәт тарафынан әсәләргә иғтибар ҙур. 1998 йылдың 16 апрелендә булдырылған "Әсә даны" миҙалы менән биш йә унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтереүсе әсәләр бүләкләнә. 2001 йыл республикабыҙҙа Әсә йылы итеп иғлан ителгәйне. Ә 1998 йылдан алып 27 ноябрь Әсә көнө тип билдәләнә. Был байрамдың тамырҙары Боронғо Римға барып тоташа. Нәҡ унда Бөйөк Әсәне - әсәйҙәр аллаһын хөрмәт итеп, уға арнап, байрам үткәргәндәр. Бөгөн инде Әсәйҙәр көнөн Дания, АҠШ, Германия, Италия, Төркиә, Эстония, Австралия, Финляндия, Украинала байрам итәләр. Мәҫәлән, Финляндия һәм Украинала байрам бик ҡыҙыҡлы һәм шәп үтә. Урам буйына күпләп флагтар эленә, балалар, атайҙар әсәйҙәргә бүләк бирә, мәктәптәрҙә әсәләргә арнап кисәләр үткәрәләр.
Шулай итеп, борондан алып бөгөнг

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: