Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

Рус мәктәптәрендә федераль дәүләт белем биреү шарттарында уҡыусыны үҙ фекерен башҡортса телдән дә, яҙма ла дөрөҫ итеп әйтә белергә өйрәтеү уҡытыусынан ҙур тырышлыҡ талап итә. Шуныһын әйтергә кәрәк, бөгөнгә заман шарттарында башҡорт теле уҡытыусыһына һөйләү телмәрен өйрәтеү ауырлаша, сөнки рус мөхитендә уҡыған бала өс теллек тәьҫире аҫтында ҡалды.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү - уҡытыусының төп бурысы. Телмәргә өйрәтеү - ул аралашыу аша телмәр күнекмәһе булдырыу һәм тел саралары менән эшләүҙе системалы алып барыу тигән һүҙ.
Уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү тураһында һүҙ алып барғанда, "телмәр үҫтереү" төшөнсәһен асыҡлап үтергә кәрәк. "Телмәр үҫтереү" төшөнсәһенә, беренсенән, уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байытыу, икенсенән, әҙәби тел нормаларын үҙләштереү, өсөнсөнән, фекерҙе бәйләнешле итеп телдән һәм яҙма рәүештә әйтеп биреү күнекмәләрен формалаштырыу ҡарай.
Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү 3 йүнәлештә алып барыла:
1-се йүнәлеш - башҡорт әҙәби тел нормаларын үҙләштереү. Уға әҙәби әйтелеш нормалары, һүҙьяһалыш, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм төҙөү, һүҙҙәрҙе лексик мәғәнәһенә һәм стилдәренә тура килерлек итеп ҡуллана белеү.
Рус мәктәбендә уҡыусы балаларҙы башҡорт әҙәби тел нормаларына өйрәтеү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки был уҡыусыларҙың телмәрендә әҙәби тел нормаларының боҙолоуы - ғәҙәти күренеш. Бында рус теленең башҡорт теленә кире йоғонтоһо ныҡ һиҙелә. Уҡыусылар, башҡорт һүҙен белһәләрҙә, йыш ҡына рус һүҙен ҡулланалар. Рус һүҙҙәрен башҡортсаға дөрөҫ тәржемә итмәйҙәр, һөйләмдә һүҙҙәрҙе дөрөҫ урынлаштырмайҙар.

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: