шыларҙы һанап ҡарайыҡ әле? (Шыршылар 4).
-Уйнағанда бөтә ҡуянға ла шыршы етһен өсөн нимә эшләргә кәрәк? (бер шыршы ҡуйыр кәрәк).
-Ҡарағыҙ әле бөтә ҡуянға ла шыршы еттеме? (Эйе, етте).
-Ҡуяндар менән шыршылар нисек булды? (тигеҙ булды).
-Шыршы менән ҡуяндар нисәшәр булды? Һанап ҡарайыҡ әле .
-Афарин , балалар был эште үтәнек, ҡуянды ҡарайыҡ әле ҡуяндың ҡулында шар бармы? (эйе).
2 эш.
-Әйҙәгеҙ киләһе эште, тыңлайыҡ. Беҙҙең баҡсала бик тылсымлы кишерҙәр үҫә. Кишерҙәрҙең фигураларына ҡарап өҫтәлдә ятҡан геометрик фигуралар янына һалыр кәрәк.
- Һин кишерҙе ниндәй фигураға һалдың? Ни өсөн?
-Сөнки мин алған кишер өсмөйөшкә, квадратҡа, овалға, түңәрәккә, тура дүртмөйөшкә, . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . оҡшаған. (Урындарға ултырҙыҡ).
-Афарин, балалар был эште лә үтәп сыҡтыҡ, ҡуянға шар өҫтәлдеме? (эйе).
3 эш.
Киләһе эш.
- Һүрәт тора, һеҙҙең алдығыҙҙа ла шул уҡ һүрәт. Һүрәттә нимәләр төшөрөлгән? (болот, ағас, сәскә, бәшмәк). Ҡуянға ошо һүрәттәге һәр төшөрөлгән әйберҙе һанап, эргәһенә һандар ҡуйырға ҡушҡандар, ә ул ҡуя алмаған, беҙ ярҙам итәбеҙме? (эйе).
-Нисә болот төшөрөлгән? (Ике болот төшөрөлгән).
-Болот эргәҙенә ниндәй һанды ҡуябыҙ? ( икене ҡуябыҙ). (бер бала таҡтаға сығып ҡуя).
-Ә һин ниндәй һанды ҡуйҙың? (Мин икене ҡуйҙым).
-Афарин, балалар, был эште лә эшләнек ҡуянға шар өҫтәлдеме, ҡарайыҡ әле.
4 эш.
-Ҡуяндың тыуған көнө булғас беҙ уға торт та бүләк итәйек. Тортты беҙ төрлө оҙонлоҡтағы таҫмалар ярҙамында эшләйәсәкбеҙ, таҫмалар төрлө оҙонлоҡта беҙгә уларҙы сағыштырып иң оҙон таҫманы иң аҫҡа һалырға кәрәк. Һәм иң оҙондан ҡыҫҡараҡты уның өҫтәнә һалып тортты эшләргә кәрәк.
-Ниндәй таҫма иң оҙ
Страницы: << < 1 | 2 | 3 > >>