Ҡуяндың тыуған көнө

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>


Тема: "Ҡуяндың тыуған көнө"
-Балалар беҙ таҡтала нимәне күрәбеҙ? (Ҡуянды күрәбеҙ).
-Ҡуян бик бойоҡ, уның бөгөн тыуған көнө?Ул бойоҡ сөнки ул балалар баҡсаһында һорауҙарға яуап бирә алмаған шуның өсөн уға бүләк бирмәгәндәр. Ә беҙ ҡуянға ярҙам итәбеҙме?
-Эйе, ярҙам итәбеҙ.
-Тыуған көнгә нимәләр бүләк итергә була?
-Ә беҙ ҡуяндың тыуған көнөнә шарҙар бүләк итәсәкбеҙ. Шар бүләк итер өсөн ҡуянға бирелгән эштәрҙе беҙгә үтәп сығыр кәрәк, һәр үтәлгән эшкә бер шар биреләсәк. Эштәрҙе үтәп сыҡҡас ҡуяндың ҡулындағы шарҙарға ҡарап ҡуянға бөгөн нисә йәш икәнен белербеҙ. Һеҙ ризамы?
-Ҡуяндың тыуған көнөнә бүләк эшләйәсәкбеҙме? (эйе).
(урындарға ултырыштыҡ).
1 эш.
-Ҡуян ҡайҙа йәшәй? (Ҡуян урманда йәшәй).
-Ҡуян йәшәгән урманда ниндәй ағастар үҫә икән? (Шыршылар үҫә).
-Шыршылар төрлөһө төрлө ерҙә үҫә, урындарын билдәләр кәрәк.
Шыршылар бөтәһе лә бер тигеҙме? (Юҡ).
-Ә ни өсөн улай уйлайһығыҙ?
- Сөнки уртала бейек шыршы үҫә, ә ҡалғандары тәпәш шыршылар.
-Ә бейек шыршы ҡайҙа урынлашҡан? (Уртала урынлашҡан. )
- Ә уртала ниндәй шыршы урынлашҡан? (уртала бейек шыршы урынлашҡан).
-Ә бейек шыршыны уратып ниндәй шыршылар урынлашҡан? (Тәпәш шыршылар урынлашҡан).
-Тәпәш шыршыларҙың урындарын билдәләйек. (Бейек шыршының өҫ яғында урынлашҡан, бейек шыршының аҫ яғында урынлашҡан, бейек шыршының һул яғында урынлашҡан, бейек шыршының уң яғында урынлашҡан). (бер шыршыны алам).
-Ҡуян үҙенең дуҫтары менән йәшенмәк уйнарға ярата икән. Ҡуяндарҙы шыршы эргәһенә ҡуйып сығыр кәрәк. (бала ҡуя).
-Балалар, бөтә ҡуянға ла йәшенергә шыршы еттеме? (юҡ).
-Ә нисә ҡуянға етмәй? (Бер ҡуянға шыршы етмәй).
-Ҡуяндар нисәү икән әйҙәгеҙ һанап ҡарайыҡ ? (ҡуяндар 5).
-Ә ни өсөн шыршы етмәй икән, әйҙәгеҙ шыр

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: