еште, бейек, тәпәш, уңда, һулда, уртала төшөнсәләрен нығытабыҙ.
Бер бала таҡтала сағыштырыу өсөн шыршылар эргәһенә ҡуяндар ҡуйып сыға. 1 шырышының эргәһенә ҡуян етмәй. Һорауҙар ярҙамында бер ҡуян етмәгәнлеген асыҡлайбыҙһәм тағы бер ҡуян ҡуйып шыршылар менән ҡуянды тигеҙләп ҡуябыҙ.
Һәр эште эшләп бөткәс йомғаҡлап ҡуйыр кәрәк.
Тимәк, шыршы менән ҡуяндар тигеҙ.
Эш аҙағында ҡуянға берешәр шар биреп барабыҙ.
2 эштә.
Һайлау принцибына таянып геометрик фигураларҙы нығытыу һәм эш аҙағында балалар һығымта яһатыу өсөн эш алынды.
Өҫтәлдә геометрик фигуралар ята (түңәрәк, овал, дүртмөйөш, квадрат, өсмөйөш), иҙәндә түтәлдә геометрик фигураларға оҡшатып эшләнгән кишерҙәр һәм сөгөлдәрҙәр ята. Һәм балалар түтәлдән кишерҙәрҙе алып килеп геометрик фигуралар эргәһенә һалалар һәм ни өсөн ул геометрик фигураға һалыуын аңлатып ҡуялар. (Мин кишерҙе өсмөйөшкә һалдым, сөнки мин алған кишер өсмөйөшкә оҡшаған).
Ял итеү минуты
Һәр дәрестә алына, ул темаға ярашлы булырға тейеш. Ул иркен урында тороп эшләнелә. Мин алған ял минуты ла "Ҡуяндар" тип аталды , балалар күнелле көй аҫтында ҡуяндың хәрәкәттәрен эшләнеләр һәм ямғыр яуа башлағас урындарына ултырҙылар һәм дәрес дауам итте.
3 эш.
Таратма материалдар менән эш алынды. Таҡтала һәм һәр баланың алдында бер төрлө сюжетлы һурәт ята. Һәм 1 - 5 кә тиклем һанда бирелә. Был эштә цифраларҙы нығытабыҙ, һәр төшөрөлгән әйберҙе һанап цифралар ҡуйып сығабыҙ. Һәр бер цифраға берешәр бала таҡтаға сыға ҡалғандар урында эшләйҙәр.
4 эш.
Оҙон һәм ҡыҫҡа төшөнсәләрен нығытабыҙ. Сағыштырыу ысулы менән таҫмалар ярҙамында ғуяндың тыуған көнөнә торт эшләйбеҙ. Таҫмаларҙың оҙонлоғон белер өсөн бер береһенең өҫтөнә һалып ҡарайбыҙ.
Эш аҙағында ҡуяндың ҡулындағы шарҙарҙы һанау ысулы менән һанап ҡуя
Страницы: << < 3 | 4 | 5 | 6 > >>