Терпегә дуҫтар

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>

"Терпегә дуҫтар"
Маҡсат:
-яҙ миҙгеле тураһында алған белемдәрен дөйөмләштереү, ташландыҡ материалдан терпе эшләү;
-бәйләнешле телмәр үҫтереү, фекерләү кеүәһен үҫтереү;
-тәбиғәткә, хайуандарға һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: схема һүрәттәр, ҡырағай хайуандар һәм уларҙың балалары төшөрөлгән һүрәттәр, өлгө, ҡырҡылған ептәр, бумала, елем, фломастер, клеенка, салфетка, салфеткаға һауыт, музыка.
Һүҙлек эше: ҡырағай, хайуан, яра, ямғыр, тун, йоҡо.
Эшмәкәрлек төрө: әңгәмә, дидактик уйын: "Нимәнең балаһы?", схема буйынса һөйләү.
ТББЭ барышы:
-Балалар түңәрәккә торҙоҡ. Бөгөн иртәнсәк беҙҙең төркөмгә хат ташыусы терпенән хат алып килде, әйҙәгеҙ уҡып ҡарайыҡ әле, терпе нимә яҙған икән? Иғтибар менән тыңлағыҙ.




-"Һаумыһығыҙ балалар, мин йоҡонан уяндым да үҙемдең дуҫытарымды таба алмайым," - тигән, балалар, беҙ терпенең дуҫтарын табырға ярҙам итәбеҙме? Беҙгә ашығырға кәрәк беҙҙе бик күп һынауҙар көтә. Эште башлар алдынан кәйефтәребеҙҙе күтәреп, бер - беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, беҙгә күңелле булып китте, эйеме, балалар? Беҙ йылмайғас ҡояшта беҙгә йылмая, сөнки хәҙер ниндәй миҙгел?
-Яҙ миҙгеле.
-Афарин балалар, ултырғыстарға ултырайыҡ. Яҙ тураһында шиғырҙа ла әйтелгән.
Ҡар ирей, ҡояш көлә
Беҙгә йылы яҙ килә.
Бына беренсе эш. Был эште беҙгә үтәп сығырға кәрәк, терпе беҙҙе көтәлер?
Өҫтәлдә һүрәттәр ята, шулар араһынан яҙ миҙгеленә тап килгәнен һайлап таҡтаға ҡуйыр кәрәк.
Ҡояш - Яҙ көнө ҡояш нығыраҡ йылыта.
Ямғыр - Ямғырҙар яуа.
Ағас - Ағас япраҡтар яра.
Ҡоштар - Яҙ көнө ҡоштар йылы яҡтан ҡайта.
Сәскә, ҡар.
(Бер бала сығып һөйләй). Әйҙәгеҙ кем яҙ тураһында һөйләй.
-Яҙ көнө ҡояш нығыраҡ йылыта. Ямғырҙар яуа. Ағастар

Страницы: 1 | 2 | 3  >  >>
Рейтинг
Оцени!
Поделись конспектом: