ла. Йәбештереп бөткәс фломастер менән терпенең нимәләрен эшләп бөтөрөп ҡуябыҙ?
-Танауын һәм күҙҙәрен.
-Терпегә оҡшанымы? (эйе оҡшаны). Эшләп бөткәс салфетка менән ҡулдарҙы һөртөп, салфетканы һауытҡа һалабыҙ, эш урындарын йыйыштырабыҙ. Әйҙәгеҙ һеҙҙә өҫтәл арттарына ултырып терпегә дуҫтар эшләйек.
(Музыка. Балаларҙың эше).
-Эштәрҙе өҫтәлгә алып килеп һалабыҙ һәм өҫтәл тирәләй торабыҙ.
Терпе инә.
-Һаумы, терпе, ниңә һин бик бойоҡһоң?
-Мин йоҡонан уяндым да иптәштәремде тапманым, миңә күнелһеҙ.
-Терпе беҙ һинең хатыңды алып уҡыныҡ та балалар менән һиңә ярҙам итергә булдыҡ.
-Афарин, балалар, мине бик ҡыуандырҙығыҙ.
-Балалар, күрәһегеҙме һеҙ тырышып эшләгәс терпе лә ҡыуанды. Бөтәгеҙҙә афарин, бик тырыштығыҙ, миңә һеҙҙең бөгөнгө эштәрегеҙ оҡшаны.
-Балалар мин уйнарға яратам, әйҙәгеҙ бергәләшеп уйнайыҡ.
Уйын "Күңелле шарҙар".
Страницы: << < 1 | 2 | 3